Йәмғиәт
21 Ноябрь 2021, 14:00

Ике районда ла фажиғәле хәл...

Улының әйтеүенсә, атаһы икенсе төркөм инвалиды, йөрөй алмаған

Ике районда ла фажиғәле хәл...Ике районда ла фажиғәле хәл...
Ике районда ла фажиғәле хәл...

Борай районының Ҡудаш ауылындағы Энергетиктар урамындағы йортта төндә янғын сыҡҡан.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығына төнгө өстәр тирәһендә хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр килгәндә,  ялҡын бүрәнә йортто ялмап алған була, ут эске яҡтан сыҡҡан.

Янғындан 1971 йылғы ирҙе ҡотҡаралар, уның ҡул суғы бешкән, әле дауаханала. Ә бына уның 1950 йылғы атаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Улы әйтеүенсә, ул 2 төркөм инвалиды, йөрөй алмаған. Балаҡатай районынан да күңелһеҙ хәбәр. Яңы Балаҡатай ауылындағы Мирный урамындағы йорт фатирында ла ут сыҡҡан кисә кискеһен. Янғын һүндереүселәр ут араһынан 1972 йылғы ирҙең кәүҙәһен таба. Шуныһы: күрше-тирәләре алдан уның иҫереп йөрөүен күргән. Әлеге мәлдә ике районда ла фажиғәләрҙе тикшерәләр, янғын сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас