

Сочи ҡалаһында “Вся Россия” фестивале сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Журналистар союзын Кубань Журналистар союзы саҡырғайны. Шул иғтибарға лайыҡ, Кубань журналистар союзы урындағы Ветерандар советы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ул көндө кубандәр башҡортостандар менән ыңғай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты.
Әйткәндәй, Башҡортостан Журналистар союзы урындағы Ветерандар ойошмаһын хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы һәм ошо көндәрҙә ике арала хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Быйыл 14 июнь – Башҡортостан Матбуғаты көнөндә гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, журналистика ветерандары, әҙиптәр менән бергә Өфө ҡалаһының ветерандар ойошмаһы рәйесе Рәшит Фәйзрахманов та ҡатнашты.
Башҡортостан Журналистар союзы менән урындағы Ветерандар ойошмаһын күп нимә бәйләй. Беренсенән, 1600 кешене берләштергән төбәк йәмәғәт ижади ойошманың яртыһын тиерлек ветерандар тәшкил итә. Икенсенән, Башҡортостан Журналистар союзының да, урындағы Ветерандар ойошмаһының да маҡсаты – йәштәр менән эшләү, илһөйәрлек тәрбиәләү. Ә инде ике ойошманың да йәнәш урынлашыуы күпте һөйләй.
Башта ҡунаҡтар өсөн экскурсия ойошторлдо, ә Килешеүгә ҡул ҡуйылыр алдынан Ришат Фәйзрахманов Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовҡа иҫтәлекле билдә һәм Өфө ҡалаһының ветерандари ойошмаһына 30 йыл тулыу уңайынан эшләнгән танытма тапшырҙы. Ҡунаҡ ашы, ҡара-ҡаршы тигәндәй, Вәдүт Ғәйфулла улы сәй сервизын бүләк итте.
Фото: Мәүлиҙә Яҡупова.