

Сулпан Вәхит ҡыҙы Сәлихова һөйөклө тормош иптәше Марат Әхәт улы менән бына тигән биш ҡыҙ үҫтергән. Һылыуҙарҙың өсәүһе хәҙер юғары белем алып, эшләп йөрөй.
Илһөйәр үҙ ғаиләһен ҡорған, ғәзиз кешеләренә Әмирхан исемле ейән бүләк иткән. Һөнәре буйынса – инглиз теле уҡытыусыһы. Зилә, Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография университетын тамамлап, шунда эшкә ҡалған. Гөллирә лә илебеҙҙең баш ҡалаһында эшләй, Губкин исемендәге Мәскәү дәүләт нефть университетын уңышлы тамамлаған. Асия менән Гөлбикә – мәктәптә, апалары кеүек яҡшы уҡыйҙар.
Сулпан Вәхит ҡыҙына ижади мөхит ят түгел, ул – Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Ынйылар" ансамбленең әүҙем ағзаһы. Матурлыҡҡа ғашиҡ зат гөлдәр үҫтерергә ярата: уның өйө тулы гөл, ә йәйгеһен баҡсала күҙ яуын алып төрлө сәскә үҫә. Уңған хужалар кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Сулпан ханым ҡайны-ҡәйнәһенә лә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Улар менән үҙ-ара ихлас, йылы мөнәсәбәттәре ғаиләлә татыулыҡ һаҡлауҙың өлгөһө булып торорлоҡ.