Йәмғиәт
22 Ноябрь 2021, 09:15

Башҡортостан юлдаш телеканалын нимәләр борсой?

Канал бөгөн дә яңырыуын дауам итә. 

Башҡортостан юлдаш телеканалын нимәләр борсой?Башҡортостан юлдаш телеканалын нимәләр борсой?
Башҡортостан юлдаш телеканалын нимәләр борсой?

Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостан юлдаш телеканалы тураһында һөйләшеү булды. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зарафутдинов эштәренә йомғаҡ яһаны һәм 2022-2024 йылдарға пландар тураһында әйтте. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә каналға 20 йыл тулды.

– Бөгөн предприятие составына БЮТ-тан тыш “Тамыр”, “Ҡурай-ТВ”, “Сәләм” каналдары, “Юлдаш”, “Спутник ФМ” һәм “Ашҡаҙар” радиолары инә. Бынан тыш, БЮТ программалары көн һайын ОТР федераль каналында һанлы телевидениеның беренсе мультиплексында сыға, – тине ул. – Беҙ тәүлек әйләнәһенә рус һәм башҡорт телдәрендә Рәсәйҙең барлыҡ европа өлөшөнә сығабыҙ. Илдә телеканалыбыҙҙың дөйөм аудиторияһы 40 миллион кешене тәшкил итә.

Директор белдереүенсә, уларҙың телеканалдары телевизор ҡарау буйынса төбәктә лидерҙарҙың береһе булып тора. Дөйөм телеканалдар исемлегендә БЮТ алтынсы урын яулай, һуңғы йылда ул бер баҫҡысҡа күтәрелгән. Ә радио аудиторияһына килгәндә, бында предприятие алдынғылар рәтендә. Мәҫлән, “Спутник ФМ” радио тыңлаусылар араһында Өфөлә өсөнсө урында. “Юлдаш”ты халыҡ электән яратып тыңлаһа, “Ашҡаҙар” ҙа һуңғы йылдарҙа популярлаша башлаған. “Ашҡаҙар” хәҙер Өфөлә генә түгел, тағы ете ҡала һәм районда ла бар.

Алдынғылар араһында булыу һәм тамашасыларын тотор өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалы алға ҡарап йәшәй, даими рәүештә яңы контент тәҡдим итеп тора. Һуңғы йылдарҙа яңы заманса һәм оператив форматтар булдырылған. Мәҫәлән, мәғлүмәти-аналитика тапшырыуҙар барлыҡҡа килгән: “Республика лайф”, “Честно говоря”, “Министерство правды”. Пандемия осоронда улар беренсе кластар өсөн видеодәрестәр биргән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының брифингтары ла йолаға әйләнеп киткән. Дөйөм алғанда, дәүләт органдарының көнүҙәк темаларға брифингтары бермә-бер артҡан. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың Алтын Йондоҙо ҡайтыуының тура трансляцияһы федераль кимәлдә лә юғары баһаланған. Элвин Грейҙың “Яңы моң” проекты – тарихи ваҡиға. Башҡорт телендә “Ете егет” реалити-шоуы, “Теге өсәү” телепроекты ҙур популярлыҡ яулаған. Йыл һайын “Башҡорт йыры” һәм “Байыҡ” проекттарының яңы форматтары өҫтөндә эшләйҙәр. Балалар һәм йәштәр өсөн дә бик ҡыҙыҡлы проекттар бар.

Киләсәккә лә пландары күп уларҙың. Яңы программалар сығасаҡ, булғандары яңырасаҡ. Мәҫәлән, киске мәғлүмәти-аналитика тапшырыуҙары һәм иртәнге “Сәләм” тапшырыуы яңырыу кисерәсәк.

– Үҙенең 20 йәшен Башҡортостан юлдаш телеканалы заманса биҙәү менән ҡаршылай. Һуңғы ете йыл эсендә беренсе тапҡыр каналдың тулы ребрендингы булды, уның яңы, замансараҡ логотибы барлыҡҡа килде, – тине Рөстәм Зарафутдинов. – Беҙ социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эшләйбеҙ. Яҙылыусыларыбыҙ һаны һуңғы йыл ярымда 60 процентҡа үҫте һәм бер миллиондан ашты. Иҡтисади яҡҡа килгәндә, ыңғай һөҙөмтә бар. Әммә пандемия арҡаһында бер ни тиклем реклама күләме төштө. Оҙаҡламай барыһы ла яйға һалыныр тип өмөтләнәбеҙ. 

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас