Йәмғиәт
22 Ноябрь 2021, 15:00

Бер йыллыҡ эш һөҙөмтәләре барланды

"Республикаға идара итеү үҙәге эшендә иң мөһиме – кешеләр, халыҡты борсоған проблемалар".

Бер йыллыҡ эш һөҙөмтәләре барландыБер йыллыҡ эш һөҙөмтәләре барланды
Бер йыллыҡ эш һөҙөмтәләре барланды

“Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге” проектына бер йыл тулды. Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская ошо ваҡыт эсендә нимәләр эшләнеүе тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, Республикаға идара итеү үҙәге социаль коммуникациялар, мәғлүмәти һәм иҡтисади аналитика блоктарынан тора. Башҡортостандағы үҙәк башҡа төбәктәрҙәгенән тап ошо иҡтисади аналитика блогы менән айырыла. Уға Стратегик эшләнмәләр үҙәге, Үҫеш корпорацияһы, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы инә. Тәрән иҡтисади анализ республика етәкселегенә һөҙөмтәле ҡарарҙарҙы планлаштырырға һәм ҡабул итергә мөмкинлек бирә.

Социаль коммуникациялар блогы халыҡтың мөрәжәғәттәрен анализлай. Был блоктың отчеттарын республика ведомстволары һәм муниципалитеттар үҙҙәренең эшендә файҙалана. Мәғлүмәттәр блогы Республикаға идара итеү үҙәгенең эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләй, шулай уҡ Башҡортостандағы иң яҡшы практикаларға анализ яһай.

Елена Прочаковская билдәләүенсә, Республикаға идара итеү үҙәгенә 18 мәғлүмәт системаһы интеграцияланған. Улар төрлө өлкәләрҙәге һәм айырым биләмәләрҙәге проблемаларҙы асыҡларға, анализларға ярҙам итә. Системалы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн үҙәк фокус-төркөмдәр, тематик кәңәшмәләр, ведомство-ара бәйләнеш ойоштора. Бөтә проблемалар ҡарар ҡабул ителгәнсә контролдә тотола.

– Республикаға идара итеү үҙәге эшендә иң мөһиме – кешеләр, халыҡты борсоған проблемалар, – тине Елена Прочаковская.

– Функциональ тулыландырыу ҙа үҙәк өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, бер йыл элек беҙ Хәл-шарттар үҙәген ойошторҙоҡ. Ул да Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшөн тәшкил итә. Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә социаль яҡтан яҡланмаған кешеләр өсөн бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙе лә өҫтәргә ниәтләйбеҙ, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Ул шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгенең әһәмиәтен һәм кәрәклеген аңламаған кешеләр өсөн экскурсия ойошторорға кәрәк, тип билдәләне. Башта киң мәғлүмәт саралары өсөн, унан халыҡ өсөн дә. Бынан тыш, Премьер-министр министрлыҡтарға һәм ведомстволарға үҙәктең мөмкинлектәрен файҙаланырға, эштә ошо үҙенсәлекле проектҡа таянырға тәҡдим итте.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53609

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53609

#ЦУРБашкортостан

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас