

Бөгөндән Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында тура бәйләнешкә сыға башланы.
“Бындай бәйләнеш эш көндәрендә – көн һайын 8.40 сәғәттә, ә 25 ноябрҙән 8.10 сәғәттә башҡорт телендә лә ойоштороласаҡ”, - тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.
Проект етәксеһе Елена Прочаковская алып барыусыларҙың барлыҡ һорауҙарына ла яуап биреп, үҙәктең эшмәкәрлеге, уға мөрәжәғәт итеү алымдары тураһында ентекле һөйләне.
Тәүге һорау: “Инцидент системаһында нисек мөрәжәғәт ҡалдырырға?” “Бының өсөн республика етәкселегенең, район башлыҡтарының, министрҙарҙың постары аҫтында үҙ һорауыңды яҙып ҡалдырырға, шулай уҡ райондарҙың һәм министрлыҡтарҙың рәсми сәхифәләренә яҙырға мөмкин. Робот аҡыллы, ул барыһын да күрә”, - тип яуапланы Елена Анатольевна.
Тура бәйләнеш барышында статистикаға ла туҡталып үттеләр. 15 ноябрҙән 21-енә тиклем Башҡортостан халҡын иң ныҡ борсоған мәсьәләләр нисбәте түбәндәгесә: юлдар (372 хәбәр); торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (371); төҙөкләндереү (331); һаулыҡ һаҡлау (322); социаль яҡлау (272); коронавирус (237).
Эфир ваҡытында Нефтекама ҡалаһынан алынған ялыуҙы ла күрһәттеләр. Унда төҙөүселәр балалар өсөн таусыҡты хәүефле урынға урынлаштырған, сөнки эргәлә генә – юл.
Яҡшы хәбәрҙәр менән дә уртаҡлаштылар. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатын Комсомол урамындағы соҡор тураһында яҙып ебәргән. Был хәбәр системаға эләккәс, Республикаға идара итеү үҙәге уны шунда уҡ иғтибарға алған һәм мәсьәлә сәғәт ярым ваҡытта хәл ителгән. Мөрәжәғәт итеүсе социаль селтәр аша рәхмәт белдергән.
Шулай уҡ Елена Анатольевна бөтә үҙәк коллективы исеменән Башҡортостан юлдаш телевидениеһын барлыҡҡа килеүенә 20 йыл тулыу һәм Бөтә донъя телевидение көнө менән ҡотланы.
Был матур башланғыс дауам итәсәк, шуға күрә иртәгә 8.40 сәғәттә “Сәләм”де ҡарап, Республикаға идара итеү үҙәге яңылыҡтары менән таныша алаһығыҙ.
Фото: видеояҙманан скриншот.