Йәмғиәт
22 Ноябрь 2021, 13:30

Хеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра башланы

Министр белдереүенсә, Башҡортостанда вакансиялар ҙа артҡан.

Хеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра башланыХеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра башланы
Хеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра башланы

Башҡортостанда коронавирус пандемияһы башланғас, хеҙмәт баҙарында эшһеҙҙәр артып киткәйне. Әле иһә хәлдәр яҡшырған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.

– Росстат мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тапҡыр эшсе көстәрҙе тикшергәндән һуң, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методологияһы буйынса эшһеҙҙәр һаны 40 процентҡа (127-нән 76 мең кешегә тиклем) кәмегән, эшһеҙлек кимәле 2,5 процентҡа түбәнәйгән – 65 проценттан дүрт процентҡа тиклем, – тине ул.

Теркәлгән эшһеҙҙәр һаны уҙған йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда шулай уҡ дүрт тапҡырға йәки 94 мең кешегә кәмегән һәм 1 ноябргә ҡарата 28 мең кеше тәшкил иткән. Мәҫәлән, 2021 йылдың 1 ғинуарында – 106 мең, 2020 йылдың 1 ноябрендә 122 мең кеше булған. Теркәлгән эшһеҙлек 6,44 проценттан 1,47 процентҡа кәмегән.

34 районда теркәлгән эшһеҙлек уртаса республика күрһәткестәренән түбәнерәк кимәлдә. Мәҫәлән, уның иң бәләкәй күрһәткестәре Сибай ҡалаһы, Бөрйән, Йылайыр, Белорет, Бөрө райондарында. Иң юғарылары - Ағиҙел ҡалаһында, Балаҡатай, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондарында.

Министр белдереүенсә, Башҡортостанда вакансиялар ҙа артҡан. 1 ноябргә ҡарата улар 58 мең теркәлгән, был 2020 йылдың 1 майы менән сағыштырғанда (унда иң аҙ вакансия теркәлгән) 53 процентҡа йәки 20 мең берәмеккә күберәк. 1 майҙа – 38 мең, 2021 йылдың 1 ғинуарында – 51 мең, 2020 йылдың 1 ноярендә 47 мең вакансия булған.

Ленара Иванова белдереүенсә, хеҙмәт баҙарын ведомство-ара хеҙмәттәшлек ярҙамында көйләү һәм мониторинглау, һөнәри йүнәлеш саралары үткәреү, һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү ошондай һөҙөмтәгә килтергән. Шулай уҡ социаль яҡтан аҙ яҡланған кешеләр менән эшләү, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу ҙа ыңғай өлөш индергән.

– Хеҙмәт баҙарында хәлде тотороҡландырыуҙың мөһим ҡоралы булып “Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы сараларын үтәү торҙо. Быйыл программаны финанслау дүрт миллиард һум тәшкил итте, – тине министр.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас