

Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре дауам итә. Күптән түгел билдәле йырсы Искәндәр Ғәзизов та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бер арба ҡаҙ янында төшкән фотоларын ҡуйҙы. Беҙ йырсынан был тиклем ҡаҙҙы ҡайҙа үҫтереүе менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Был ҡаҙҙар – ҡәйнәм менән ҡайнымдың тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Улар Федоровка районының Сытырман ауылында йәшәй. Ҡайным Фәнүс Мансур улы менән ҡәйнәм Раушания Фәйез ҡыҙы Солтанғоловтар – иҫ киткес уңған, эшһөйәр кешеләр. Улар йыл һайын 60-80 баш ҡаҙ, 40-50 өйрәк, шул сама бройлер, күркә алып көтә. Ҡош-ҡортто шул тиклем матур итеп тәрбиәләйҙәр, үҙҙәрен дә, беҙҙе лә ҡышҡылыҡҡа етерлек ит запасы менән тәьмин итәләр, артҡанын һаталар. Әйтергә кәрәк, уларҙың продукцияһын йыл һайын көтөп алған һатып алыусылары бар, ҡайһы берәүҙәр хатта бишәр, унар баш ҡош-ҡорт һатып ала.
Әлбиттә, ҡайным менән ҡәйнәмә беҙ ҙә ихлас ярҙам итәбеҙ. Йыл һайын уларҙа ҡаҙ өмәһе гөрләп үтә, үҙе бер байрам кеүек инде ул. Быйыл да беҙ кәләшем Элина менән ҡайтып, был эштәрҙең уртаһында булдыҡ. Иң мөһиме – һәр кемдең күҙ төбәп үҫтергән һуғымы хәйерле булһын, именлектә-һаулыҡта ашарға яҙһын! – тип һөйләп, изге теләктәрен еткерҙе Искәндәр Ғәзизов.
Шундай уңған хужаларға “Афарин!”дан башҡа ни әйтәһең!
Фотолар: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.