Йәмғиәт
22 Ноябрь 2021, 06:45

Кешелеклелеккә ышанысты нығыта

“Бәйләнештә” селтәрендәге “Сибайҙа тыңланған” төркөмөндә үҙәкте өҙөрлөк бер ваҡиға тураһында яҙылған. Исемен атарға теләмәгән ҡатын ошо көндәрҙә малайы менән булған хәл тураһында бәйән итә.

Кешелеклелеккә ышанысты нығытаКешелеклелеккә ышанысты нығыта
Кешелеклелеккә ышанысты нығыта

“Бәйләнештә” селтәрендәге “Сибайҙа тыңланған” төркөмөндә үҙәкте өҙөрлөк бер ваҡиға тураһында яҙылған. Исемен атарға теләмәгән ҡатын ошо көндәрҙә малайы менән булған хәл тураһында бәйән итә.

“Улымды магазинға ебәрҙем. Һөт һәм икмәк алырға тейеш ине. Банк картамды тотторҙом. Әммә юлда картаны юғалтҡан. Өйгә ҡайтырға ҡурҡып илап торғанында, йәш пар эргәһенә килеп нимә булғанын һорашҡандар. Хәлдең айышына төшөнгәс, бер пакет аҙыҡ-түлек алып, малайымды тупһаға тиклем оҙатып ҡуйғандар. “Әрләмәгеҙ инде, була торған хәл”, - тип сығып киттеләр. Социаль селтәрҙәр аша был йәштәргә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйткем килә. Картамда бары тик 300 һум аҡсам бар ине. Эш хаҡына тиклем тағы бер аҙна. Улым менән икәү генә йәшәйбеҙ. Ауырға тура килә. Ошо 300 һумды миңә эш хаҡына тиклем һуҙырға кәрәк ине. Пакетты алыуы оят булһа ла, йәштәр ҡырт киҫеп ҡалдырып китте. Ә мин уларҙың исемдәрен дә һорарға онотом тороп ҡалғанмын!

Юлығыҙҙа гел һәйбәт кешеләр осраһын, бәхетле булығыҙ. Беҙҙең рәхмәтебеҙ һеҙҙе бәлә-ҡазанан һаҡлап торһон”, - тип яҙа ҡатын.

Был яҙма аҫтында күптәр ыңғай фекер ҡалдырған. Иң мөһиме – ул кешеләрҙең кешелеклелегенә ышанысты нығыта. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

 

Фото: news.myseldon.com

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас