Йәмғиәт
22 Ноябрь 2021, 08:00

Пенсия күтәрелеүе көтөлә, тип алдап...

Ололар бөтә булған аҡсаһын, һаҡлыҡ банкаһы кенәгәһен, ике карталарын сығарып һала

Пенсия күтәрелеүе көтөлә, тип алдап...Пенсия күтәрелеүе көтөлә, тип алдап...
Пенсия күтәрелеүе көтөлә, тип алдап...

Нефтекама ҡалаһының Төҙөүселәр урамында пенсионерҙарҙы талап ҡасҡан енәйәтсе ҡатындарҙы эҙләйҙәр.

Хәл былайыраҡ була: урамда ике таныш булмаған ҡатын оло йәштәге иргә килеп, үҙҙәрен, пенсия фонды хеҙмәткәрҙәребеҙ, тип таныштыралар. Ярҙам тәҡдим итәләр, аҙыҡ-түлек тултырылған пакетты өйгә тиклем күтәрешеп баралар. Фатирға еткәс, пенсия арттырылыуы көтөлә, шуға ла килем торошон белешәбеҙ, тип алдайҙар. Тиҙ ышаныусан, бер ҡатлы оло йәштәге ир менән ҡатын бөтә булған аҡсаларын, һаҡлыҡ кенәгәһен һәм ике банк картаһын мутлашыусылар алдына сығарып һала. Ҡатындар бөтә мәғлүмәтте яҙып алалар ҙа өйҙән сығып һыҙалар. Улар киткәс кенә ҡарттар 118 мең аҡсанан да, банк карталарынан да елдәр иҫкәнен аңғаралар.

Әлеге мәлдә Нефтекама буйынса полиция яуыз уйлы ҡатындарҙы эҙләй. Яҡын-тирәләге магазиндарҙың видеокамералары яҙмаһы буйынса төҫмөрләргә була уларҙы. Әгәр яҙмалағы ҡатындарҙы күреп белеүселәр булһа 02;102 телефондарына шылтыратыуҙы һорайҙар. Шулай уҡ бер үк абай булырға, сит-яттарға ышанмаҫҡа кәрәклеген дә йәнә лә иҫкәртә полиция хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас