

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү тураһында һөйләне.
Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрында 114 проблемалы объект бар, уларҙа 3,9 мең кеше зыян күргән. 2021 йыл башынан алып был реестрҙан 16 объект төшөп ҡалған һәм 863 кешенең хоҡуҡтары тергеҙелгән.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып, алданған граждандарҙың хоҡуҡтарын 2023 йыл аҙағына тиклем тергеҙеү өсөн план-график булдырылған. Бында “Граждандар хоҡуҡтарын яҡлау – өлөшләтә төҙөлөш ҡатнашсылары фонды” механизмдарын файҙаланып проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү йәки граждандарға түләмдәрен ҡайтарыу, республика һәм төҙөүсе компаниялар көстәре менән эште теүәлләү инә.
Әлеге ваҡытта 72 проблемалы объект буйынса фонд ҡарарҙар ҡабул иткән. Шулай 43 объект төҙөлөп бөтәсәк. Уларҙың өсәүһе – быйыл, 32 йорт 2022 йылда һәм һигеҙ йорт 2023 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш. 29 объект буйынса (һигеҙе әле ресстрҙан алып ташланған) түләү биреү ҡаралған. Бөгөнгә ҡарата исемлектә 1001, ә дөйөм алғанда 1459 кеше тора. Улар дөйөм суммаһы 1,453 миллиард һум кимәлендә түләмдәр алған.
Ун объект Фондтың Күҙәтеү советы ҡарарын көтә. 18 проблемалы объектты республика һәм төҙөүсе компаниялар үҙ көстәре менән тамамлаясаҡ. Уларҙың туғыҙын республика быйыл тамамларға планлаштыра, дүрт йортто төҙөүселәр төҙөп бөтәсәк. Ҡалғандар буйынса ла ҡарарҙар бар, ҡайҙалыр аҡса биреләсәк, ҡайҙалыр төҙөүсе компания үҙгәрәсәк.
Был эштәрҙең бөтәһе лә 2023 йыл аҙағына тиклем тамамланыр тип көтөлә.
Фото: rb7.ru