Йәмғиәт
23 Ноябрь 2021, 11:55

Ҡала подъезында болан йәшәй

Ағиҙел ҡалаһы халҡы идарасы компаниялар менән берлектә үҙ йорттары ҡабатланмаҫ зауыҡҡа эйә булһын өсөн тырыша.

Ҡала подъезында болан йәшәйҠала подъезында болан йәшәй
Ҡала подъезында болан йәшәй

Академик Курчатов урамындағы 1/11-се йорттағы подъезға, мәҫәлән, тутыйғоштар “ҡунаҡланы”. Был подъезда йәшәүселәр “Күп ҡатлы йорттарҙы һәм йорт яны биләмәләрен тәртиптә тотоуҙа иң яҡшы объект” республика конкурсында ҡатнашҡан һәм “Ҡала округының иң яҡшы подъезы” номинацияһында өсөнсө урынды яулаған. Һөҙөмтәлә 100 мең һум премия алғандар.

Ҡала халҡы был матур йоланы дауам итергә була һәм быйыл ошо уҡ урамдағы 16-сы йорттоң подъезында йорт символы болан хасил була. Был символ ҡояшты, яҡтылыҡты, бөхтәлекте, рухи күтәренкелекте сағылдыра.

“Подъездар матурлыҡ өсөн генә биҙәлмәй. Беҙҙең төп маҡсат – киләсәк быуынды дөйөм мәнфәғәт өсөн булдырылғанды һаҡларға, кеше хеҙмәтен ихтирам итергә өйрәтергә”, – ти Ағиҙел ҡала советы депутаты Әлфиә Грифлёнкова.

Ағиҙел ҡалаһында 2019-2021 йылдарҙа “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһын үтәү барышында 14 йорттоң 46 подъезы норматив хәлгә килтерелгән.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас