

“Рәсәйҙә автомобилдәрҙе мотлаҡ техник тикшереү бөтөрөлә, тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине.
Ф. ФӘРХЕТДИНОВ.
Ҡариҙел районы”.
– Башҡортостанда 1,4 миллион тирәһе автомобиль хужаһының техник тикшереүҙән азат ителеүе ихтимал.
1994 йылда ҡабул ителгән техник тикшереү ҡағиҙәләре әхлаҡи йәһәттән иҫкерҙе һәм формаль рәүешкә әйләнде. 7 сентябрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы секретары Андрей Турчак шәхси транспортты мотлаҡ техник тикшереүҙе бөтөрөү һәм был процедураны ирекле итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны. 14 сентябрҙә ошо партия депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһына үҙгәрештәр индерҙе.
Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин ОСАГО полисын алыу өсөн техник тикшереүҙе бөтөрөү тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Шулай итеп, яҡын арала техник тикшереү транспорт сараһын техник иҫәпкә ҡуйғанда, хужаһын алмаштырғанда, конструкцияһын үҙгәрткәндә йәки төп агрегаттарҙы алмаштырғанда кәрәк.
Айырым кешеләр өсөн генә процедура ирекле, ә коммерция автотранспорты өсөн элеккесә мотлаҡ буласаҡ. Мотлаҡ техник тикшереүҙе бөтөрөү сиратты кәметеү һәм станцияларҙың эшен еңеләйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Әле илдә йылына 30 миллионға тиклем техник тикшереү эшләнә. Әгәр үрҙә әйтелгәндәр бойомға ашһа, был һан йылына 6-8 миллион тәшкил итәсәк.
Былтыр Башҡортостанда 1,4 миллиондан ашыу автомобиль техник тикшереү үткән. Әйткәндәй, автомобилдәрҙе техник тикшереү юлдарҙағы хәүефһеҙлекте кәметеүгә булышлыҡ итә. Быны Рәсәй Хөкүмәте кәңәшмәһендә Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин билдәләне.
Айһылыу НИЗАМОВА