Йәмғиәт
23 Ноябрь 2021, 13:43

“Беҙҙең кеүек ауырырға яҙмаһын”

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Фото:“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Коронавирус менән сирләгән кешеләр ауырыуҙы нисек үткәреүе тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын дауам итә. Был юлы Өфөнән Гүзәлиә Әхтәмова “Башинформ” агентлығына ире менән ауырыуҙары һәм кисерештәре тураһында һөйләгән. Улар быйыл октябрҙә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ятҡан.

 

Сир нисек башланды?

 

Ауырый башлағас та, ун көн сама­һы үҙаллы дауаланырға ма­таштыҡ – вирусҡа ҡаршы дарыу­ҙар, антибиотиктар ҡулландыҡ, тик иремдең тән температураһы 39,6 градусҡа тиклем күтәрелеп, бер нисек тә төшөрөп булмағас, табип саҡырттыҡ. Участка терапевы икенсе тәүлеккә генә килде, дауа яҙҙы. Дарыуҙар бер нисек тә ярҙам итмәне, ә хәл наса­райғандан-насарайҙы. Һөҙөмтәлә беҙ КТ яһа­тыуҙы һораныҡ һәм, үҙ аяҡтарыбыҙ менән барып, иҫте юғалтыр хәлдә тиерлек тикшереү үттек. КТ иремдең үпкәһе – 70, минеке 30 процентҡа зарар­ланғанын күрһәтте.

 

Дауаханала

 

Тикшереүҙән һуң беҙҙе шунда уҡ Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауахана­һының ковид госпи­таленә һалдылар. Стацио­нарҙа урындар юҡ ине, тәүге ваҡытта кори­дорҙа яттыҡ. Аҙаҡ, урын бушағас, палатаға күсерҙеләр, иремде стационар кислород аппаратына тоташ­тырҙылар. Уның сатурацияһы 80-гә тиклем төштө, тын ала алмай башланы. Был ваҡытта уның янынан бөтөнләй китмәнем, үпкәһен эшләтергә, арҡаһына һуҡҡылап алырға кәрәк ине.

Ә инде уның хәле яҡшыра башлағас, мин аяҡтан йығылдым. Табиптар әйтеүенсә, цитокин штормы башланған. Һауа етмәгәс, ирем­дең кислород аппаратын миңә күсерҙеләр. Ҡот осҡос хәл, дошманыңа ла теләмәҫһең: әй­тер­һең, бөтә ағзалар ойой, һауа үтмәй, баш әйләнә, тән ағзалары эшләмәй башлай, атлап булмай.

Дөйөм алғанда, дауаханала ун көн яттыҡ. Ыңғай үҙгәрештәр башланғас, ғариза яҙҙыҡ та үҙ теләгебеҙ менән ҡайтып киттек.

Табиптарға ҙур рәхмәт, беҙҙе кеше иттеләр. Тәүлек әйләнәһенә яныбыҙҙа булдылар, даими ярҙам күрһәттеләр, яҡшы һүҙҙәрен йәллә­мәнеләр. Бер төрлө дауа бирәләр ҙә, һөҙөмтә күренмәһә, икенсегә үҙгәртәләр ине. Мәҫәлән, иремә ниндәйҙер дарыуҙар ярҙам итте, ә миңә – юҡ.

Республика клиник дауаханаһы – ул ныҡ профессиональ коллектив, шул тиклем иғтибарлы, ысын табиптар, ундайҙарҙы Хоҙайҙан тип тә әйтәләр.

 

Өйҙә хәлебеҙ еңеләйҙе

 

29 октябрҙә дауахананан сыҡтыҡ. Әле үҙаллы дауаланыуҙы дауам итәбеҙ. Өйҙәге мөхит тә шәбәйтә бит. Яйлап һәйбәтләнеп киләбеҙ, дарыу ҡабул итәбеҙ.

Стационарҙан һуң хәл бер аҙ яҡшырҙы, әммә, дөйөм алғанда, сәләмәтлек яҡшы тип әйтеп булмай. Бер көн ҡалтырата башлай, иртәгә­һенә йөрәк ныҡ итеп ауырта, күреү һәләте насарая башланы. Ваҡыты менән үҙеңде яҡшы тояһың, ә ҡайһы саҡта ятаһың һәм тора ла алмайһың.

Быны депрессия тип әйтмәйем, әммә ныҡ ҡурҡтым. Үҙем һәм яҡын кешем өсөн... Тышҡа сығыуы ла ҡур­ҡыныс, иммунитет бөтөнләй юҡ, теләһә ниндәй сир йоҡторорға була.

Эшебеҙҙә: “Проблема юҡ, сығырға ашыҡмағыҙ, дауала­нығыҙ”, – тип аңлап ҡабул иттеләр.

 

Ауырығанға ҡарағанда, вакцина яҡшыраҡ

 

Ике пандемия йылында бер тапҡыр ҙа сирләмәнем. Ә күпме кеше менән эш итәм. Хеҙмәт­тәштәрем сирләне, ә мин – юҡ, шуға күрә вакцина яһатыу тура­һында етди уйланманым. Хәҙер аңлайым инде, прививка һалдырыу сирләүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ.

Һауығып, табиптан рөхсәт алыу менән мотлаҡ рәүештә вакцина эшләтергә барасаҡбыҙ. Ғүмер бөтә нәмәнән дә мөһимерәк!

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА яҙып алды.

Читайте нас