

1921–1922 йылдарҙағы ҡот осҡос аслыҡ айырыуса беҙҙең халҡыбыҙға оло афәт килтергән. Хәҙерге быуын йәштәре, китаптарҙан уҡып, фильмдарҙан ҡарап, башҡа халыҡтар, милләттәрҙең яҙмышы тураһында күберәк белә, тип фаразларға мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр, Бөйөк Британиянан бай пассажирҙарҙы тейәп, Америкаға сәйәхәткә сыҡҡан “Титаник”тың диңгеҙ төбөнә китеүенә һәм ундағы 1,5 мең пассажирҙың үлеүенә нығыраҡ ҡайғыра. Шулай уҡ Нью-Йорктағы күккә олғашҡан Бөтә донъя сауҙа үҙәгенең ҡыйралыуына, унда һәләк булған бер нисә мең кешенең үлеменә лә борсолоу белдерә. Ә бына халҡыбыҙҙың йөҙәрләгән мең кешеһенең йәнен ҡыйған бер быуат элекке йылдарҙағы афәт тураһында бик аҙ белә.
Аслыҡ халҡыбыҙға ҙур юғалтыуҙар килтергән
Был, әлбиттә, уларҙың ғына ғәйебе түгел. Шул уҡ “Титаник” фажиғәһе тураһында ла, Америкалағы шартлау хаҡында ла көн-төн телевизорҙан һөйләйҙәр, гәзит биттәренән тешөрмәй яҙалар. 1921–1922 йылдарҙағы тарихи хәҡиҡәтте лә журналистар, тарихсылар, уны ишетеп белгән барса кеше – һәммәбеҙ ҙә киң мәғлүмәт сараларында эҙмә-эҙлекле яҡтыртып торорға бурыслыбыҙҙыр. Был йәһәттән журналист Рәлис Ураҙғоловтың Башҡортостандың Үҙәк дәүләт архивы мәғлүмәттәренә таянып яҙған күләмле мәҡәләһе ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Быйыл ошо афәткә 100 йыл тулды. Халҡыбыҙҙың һанын күпләп кәметеүгә килтергән был мәхшәрҙең эҙемтәләре әле һаман дауам итә, минеңсә. Быны әленән-әле иҫебеҙгә төшөрөп тороу мөһим. Фәһем алып, рухыбыҙҙы нығытып, халҡыбыҙҙы ишәйтеп, киләсәккә ынтылып, ҙур өмөт менән йәшәргә яҙһын.
Бер быуат элекке аслыҡтың халҡыбыҙға ни тиклем ҙур юғалтыуҙар, сәйәси, әхлаҡи, матди зыян килтереүен, уның эҙемтәләренең бөгөнгә тиклем килеп етеүен Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының Таймаҫ улысы миҫалында ғына ла күреп була.
1917 йылда Таймаҫ улысында 6777 кеше йәшәй һәм 15510 баш мал иҫәпләнә (БР ҮДТА. Ф.Р-472. 0п.1. т.1. Д.1296.). 1922 йылда 10 процентлы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу Таймаҫ улысында ла үткәрелә һәм уны аслыҡҡа тиклемге 1920 йылда ойошторолған Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу материалдары менән сағыштырып өйрәнеү аныҡ һығымталар яһарға ярҙам итә. Был – башҡа кантондарҙағы улыстарға ла хас күренеш – шул осорҙа Башҡортостандағы хәл тураһында дөрөҫ фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә.
Түбәндә 1920 һәм 1922 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төҙөлгән сағыштырыу килтерәм. Ул ваҡытта Красный Лог, Аҡташ-Һарат, Урай, Ҡарамалы утарҙарында – урыҫтар, Васильевскийҙа – мордвалар, Андреевскийҙа – украиндар, Зәк-Ишмәттә – башҡорттар, татарҙар, ҡалған ауылдарҙа башҡорттар йәшәгән. Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, башҡорттарҙың – 66 проценты, татарҙарҙың – 69,3, мордваларҙың – 92,3, урыҫтарҙың 99,3 проценты аслыҡтан һуң иҫән ҡалған. Украиндар 101,6 процентҡа артҡан.
1920 йылда 100 улыста барлығы 3259 башҡорт булып, улар дөйөм халыҡтың 58,8 процентын тәшкил итһә, 1922 йылда 2179 башҡорт, йәғни 52 процент ҡалған. 1110 башҡорт үлгән, 43 башҡорт сабыйы донъяға килгән. Бөтә үлеүселәрҙең 76 проценты – башҡорттар (БР ҮДТА. Ф.Р-472. Оп.1. Д.805. Д.973.). 1917 йылдан алып 1922 йылға тиклем Таймаҫ улысы буйынса 12492 баш мал кәмегән. Революция һәм Граждандар һуғышы йылдарында (1917–1920 йылдар) улыс буйынса 1232 кеше үлгән. (БР ҮДТА. Ф.Р-472. 0п.1. т.1. Д.1296. Д.805).
Иң күп юғалтыу кисергән башҡорт ауылы – улыс үҙәге Таймаҫҡа туҡталайыҡ. 1920 йылда Таймаҫ ауылында мал һаны: барлыҡ мал – 1035 баш, йылҡы – 362, һыйыр – 316, ваҡ мал – 357, һарыҡ – 193, кәзә – 164, ҡош-ҡорт – 650. Сәселгән майҙан (дисәтинәлә): бойҙай – 257,22, һоло – 51,17, арыш – 40,94, тары – 18,10, арпа – 4,83, киндер – 3,50, етен – 2,43, ҡауын-ҡарбуз, йәшелсә – 2,40, картуф – 14,37 (735 бот), барлығы – 394,96 (БР ҮДТА. Ф.Р-472. Оп.1. Д.805).
Әгәр 1917 йылда Таймаҫ ауылында барлыҡ мал өс меңдән ашыу тәшкил итеп, шуның бер меңдән ашыуы йылҡы малы булһа, күреүебеҙсә, 1920 йылға был һан өс тапҡырға кәмегән. Был – әлбиттә, революция, Граждандар һуғышы эҙемтәләре. 1920 йылда Таймаҫта 218 хужалыҡтан туғыҙ ғаиләнең бер ниндәй ҙә малы булмаған. Шулар араһына 1922 йылда ике ғаилә – Ғөбәйҙулла Бикбирҙин (дүрт кеше) менән Әхмәтғәли Яматовтың (ике кеше) ғаиләһе генә иҫән ҡалған. Һәләк булған ете ғаиләлә 1920 йылда 31 кеше теркәлгән. Ун ғаиләнең бер-икешәр генә ваҡ малы булған. 45 йәшлек Әпҡәдир Юлғотлиндың өс кешенән торған ғаиләһенең 1920 йылда барлығы 11 баш малы (биш йылҡы, ике һыйыр, дүрт баш ваҡ мал) булып, 5,33 дисәтинә ергә ашлыҡ сәсеп, 0,04 дисәтинә ергә өс бот картуф ултыртһа ла, барыһы ла аслыҡ йылында үлеп бөткән. Зәйнетдин Юлдыбаев (40 йәш, биш кеше) алты баш һыйыр малы, бер баш ваҡ мал тотҡан, алты дисәтинә ергә ашлыҡ, 0,05 дисәтинәгә биш бот картуф сәскән. Мәғипъямал Исмәғилева (48 йәш, өс кеше) – алты баш һыйыр малы, ике баш һарыҡ, Хәмиҙулла Юлдыбаев (56 йәш, ете кеше) алты баш һыйыр малы, ике һарыҡ аҫраған, 6,5 дисәтинә ергә ашлыҡ сәскән. Шөғәйеп Байғотлин (38 йәш, ике кеше) ике баш йылҡы, ике баш һыйыр, бер кәзә аҫраған, 0,67 дисәтинә ергә иген сәскән...
Байтаҡ малы булып та юҡҡа сыҡҡан тиҫтәләгән ғаиләләр исемлеген бик күп дауам итергә булыр ине. Шулай итеп, ишле мал тотоп та, кешеләрҙең өй эсе менән береһе лә иҫән ҡалмай ҡырылыуын аслыҡ ғәләмәте менән генә аңлатып буламы икән?
Атайымдың иҫтәлектәренән
Минеңсә, халыҡтың ҡырылыуының төп сәбәбе хужалыҡтарҙың иҡтисади тигеҙһеҙлегендә генә түгел. Бының асылын нығыраҡ аңлау өсөн йотлоҡтоң шаһиты булған оло быуын кешеләренең һөйләгәндәренә күсәйек. Атайым Миңләхмәт Ҡобағошов (1913 йылғы) шуларҙы һөйләгәйне: “Ямғыр яумағас, бөтә нәмә янып-көйөп бөттө. Ашарлыҡ үлән ҡалмағас, мал йәй көнө үк ҡырыла башланы, ҡалғаны ла йонсоп, ҡабырғалары күренеп ябыҡты.
Беҙ ете гектар иген сәстек. Буйы ҡәләм оҙонлоғо ғына булды, ураҡҡа эләкмәне. 30 бот самаһы ашлыҡ алдыҡ. Атай “һаҡлап ашаһаҡ, ете кешегә етә”, тине.
Ете баш йылҡы, бер-ике тана, өс-дүрт баш һарыҡ һуйҙыҡ. Иттең байтаҡ өлөшөн, баш-тояҡтарын күрше-тирәгә, мохтаж кешеләргә хәйер итеп таратып сыҡтыҡ. Ит түҙәме ни инде, тиҙ кәмене. Картуф юҡ, уңманы. Көҙгә табан күп кешенең ашарына бөтөп, алабута, үлән, ағас ҡайыры, шаҡы-шоҡо ашап көн күрҙе.
Хәйерселәр күбәйҙе, халыҡ күпләп ҡырыла башланы. Аслыҡ ҡына булһа бер хәл, ваба сире таралды. Ҡырғын ауылдың бер осонан килде, бер ғаилә ҡырылып бөткәс, күршеһенә күсте, улар өй эсе менән үлеп бөткәс, тағы икенсеһенә, өсөнсөһөнә... Әйтә торғайнылар: “Был ғиллә үлем кеше булып күҙгә күренеп килә икән. Әҙер тор, иртәгә һине алып китәм, һинең сират”, – тип әйтеп китә икән”.
Иртәгәһенә быны һөйләгән кеше, ысынлап та, үлә. Шулай, алдан уҡ үлерен белеп, үлемде әйтергә килгән “кеше” тураһында күптәр һөйләп ҡалдырған.
Ғибрәтле хәлдәр күп булды инде. Миңлехаят урынында Заһит ҡарт тора ине. Ул үлгәс, әбейе Зарифа Гөлзаһира инәйгә өйөн бер бесәйгә, эс-ҡарындан эшләнгән колбасаға һатып үлде. Быҙауын ашайым тип, мөрйәнән төшөп, бер ғаиләне һуйып та сығып киттеләр. Тирмәнсене лә мөрйәнән төшөп үлтерҙеләр. Аслыҡ йылы ниндәй генә он булһын инде тирмәндә.
Беҙ ҙә, өйҙөң тәҙрәһен яҡты саҡта уҡ ябып, эс яҡтан бикләп, малдарҙы таш һарайҙарға ябып, тимер ишекте йоҙаҡлап тота торғайныҡ. Атай йоҡламай, мөрйәнән төшһәләр тип, балта тотоп ята торғайны.
Беҙҙең урамда ике келәт бар, ишек алдында тағы ике таш келәт. Бер саҡ тәҙрәнән ҡарап торам. Кешеләрҙе туҡмап-туҡмап алып киләләр ҙә беҙҙең келәткә бикләйҙәр. Берәүҙе алып киләләр, ат урлаған икән. Ҡулын артҡа шаҡарып бәйләгәндәр, кәүҙәле генә кеше. Ауыҙына ат башын тешләткәндәр, ҡулдары бәйле, тибеп осоралар, һуғып йығалар, шулай туҡмап үлтерҙеләр. Ҡайһыһын бер ус бойҙай, бер ҡаҙаҡ алабута оно өсөн дә туҡмайҙар, язалайҙар ине. Ас кешенең эше насар. Аслыҡ – ас, бер-береһенә хас, тигән һүҙҙәр бар бит.
Аслыҡ йылы халыҡ өсөн ашхана астылар. Һауыт тотоп, ҙурыраҡтар барып ала, бәләкәйҙәр бара алмай, ҡурҡыныс. Шулай ҙа мин барғыланым, ул саҡта һигеҙ йәш ине. Унда биш-алты кеше эшләне. Шәрәфулла Ҡыуандыҡов ҡарт, оло ғына йәштә, аҫтына тире йәйә лә тубыҡланып утын киҫеп ултырыр ине. Уның улдары бик уҫал булды. Ҡайһыһы – келәт мөдире, ҡайһыһы шул Американан килгән кукуруз, маисты Ырымбурҙан килтертә, бер улы – улыс башҡарма комитеты рәйесе, килендәре икмәк һала, аш бешерә.
Аслыҡтан ауылда 500-ҙән ашыу кеше ҡырылды. Улыс эргәһендә ике ҙур мөгәзәй бар ине. Мәйеттәрҙе шунда, утын урынына бер-береһенең өҫтөнә һалып, шыплап тултыра барҙылар. Ҡәбер ҡаҙырға ер туң, ас кешенең хәле юҡ. Яҙ етеп, үлән ҡалҡа башлағас, иҫән ҡалғандар урман, яландарға барып, үлән ашап, ҡайһыһы шешенеп, шунда ятып үлде. Ҡайһы берәүҙәр ярамаған үлән ашап, илереп, бер нимә белмәй, сыр яланғас ауылға ҡайтып йығыла ине.
Яҙ еткәс, хәле бар кешеләрҙе ойоштороп, зыяратта мәйеттәрҙе бер нисә урынға ерләнеләр. Бер урында – 150-ләп кеше, икенсе ерҙә – 74, тағы бер урында – 84, тағы ике урында йөҙләп кеше ерләнгән. Әле бына уйлап ултырам. Ишекте тире менән бөргәндәр, нисә йыл торғандыр, иҫкереп ҡатып бөткән. Тимербулат тигән кеше килгән: “Шуны бир әле, Ғимран ағай, бешереп ашайым”, – ти. Тағы этебеҙ бар ине, атайым теге ирҙе йәлләп, шул этте лә бирҙе.
Беҙ тыуғандан бирле йүнле осор булманы, восстание, революция китте, унан аслыҡ, колхоз төҙөү, саҡ ҡына тыныс торғайныҡ, һуғыш сыҡты. Ҡуй инде... Шулай булғас, халыҡ нисек үрсеһен?
1922 йылда яҙға сыҡҡас, олатайың тау битендә атын көтөп ултырған. Шунда күҙ алдында бер ат ҡарағы атын алып киткән. Шунан ул:
Быйыл йәйҙә ултыра алманым
Атлы тимер арбаға.
Зекер, тәсбих әйтә алманым
Йән яратҡан Аллаға, –
тип йыр сығарҙы. Көҙгә бер башмаҡты ҡолонло бейәгә алмаштырып, атлы булдыҡ. Ул заманда атһыҙ йәшәп булмай ине”.
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
1997 йылда Насир бабай Баязитовтан (1906 йылғы) шуларҙы ишеттем: “Аслыҡ йылында аты булған бер аҙ хәллерәктәрҙе Ырымбурға ылауға йөрөттөләр. Юл буйында ҡурҡыныс, һөжүм итәләр. Ҡайҙа ҡарама – мәйет. Шунан шул эшкә лә ҡуштылар: ат менән яҡын-тирәлә яланда, ауыл араларында мәйеттәрҙе, хәлһеҙ тәгәрәгән кешеләрҙе йыйып йөрөнөк...
1921 – 1922 йылдарҙа Таймаҫта аслыҡтан ғына түгел, ваба (холера) ауырыуынан да күп ҡырылғандар. XIX быуатта йоғошло сирҙәрҙең таралыуын өйрәнгән ауыл табибы, тикшеренеүсе Д.П. Никольский раҫлауынса, 40 процент башҡорт, 41 процент урыҫ йәшәгән Өфө губернаһында 1896 йылда йоғошло ауырыуҙарҙың 10 проценты – башҡорттарға, 80 проценты урыҫтарға тура килгән һәм халыҡтың дөйөм сирләү күрһәткесе лә башҡорттарҙа урыҫтарға ҡарағанда түбән булған (Б.Х. Юлдашбаев. История формирования башкирской нации. Уфа. 1972. 62-се б.).
Иҫәп алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 1920 йылда йән башына сәселгән ер Таймаҫта 0,48 дисәтинә тура килһә, урыҫ ауылдарында был күпкә аҙыраҡ һәм был мәғлүмәттәр 1921 йылдың йәйенә ауылдарҙа тороп ҡалған запас аҙыҡ тураһында ла бер аҙ тоҫмаллау мөмкинлеген бирә. Шулай булһа ла, 1921 – 1922 йылда Таймаҫта 92 йорт бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан, 24 фамилия бөткән!
1922 йылдың яҙында күпме ергә нимә сәселгән, мәғлүмәттәргә мөрәжәғәт итәйек. Барлыҡ һөрөнтө ер — 1022,26 дисәтинә. Сәселгән (дисәтинә): тары – 34,79, бойҙай – 19,95, арыш – 11,34, һоло – 7,64, ҡарабойҙай – 6,49, арпа – 1,66, киндер – 1,30, етен – 1,06, көнбағыш – 0,96, борсаҡ – 0,80, картуф – 11,41 (717 бот). Баҡса культуралары: ҡарбуз – 0,13 дисәтинә, ҡабаҡ – 600 төп, кәбеҫтә – 645 төп, ҡыяр – 1240 төп, борос – 150 төп, шалҡан – 150 төп, сөгөлдөр – 60 төп, кишер – 400 төп. Башҡа төр культуралар – 0,17 дисәтинә. Барлығы 103,81 дисәтинә ер сәселгән (БР ҮДТА. Ф.Р-472. Д.973. ОП.1). Күренеүенсә, байтаҡ ҡына ергә орлоҡ һалынған. 1922 йылда иген ныҡ уңған. Йонсоған, иҫән ҡалған халыҡ хәл алып, үҙ көнөн, йүнен күргән.
Ваҡыт үтһә лә, был мәхшәрҙе кисергән быуын уны онота алмай. Оло кешеләр менән һөйләшкәндә һәр береһе барыбер ошо ҡот осҡос афәт йылдары хәтирәһенә төшөп китә торғайны, ләкин ундай ҡарттар ҙа, шаһиттар ҙа ҡалманы.
Аслыҡ тураһында мин бәләкәйҙән үк атай-әсәйҙән ишетеп үҫтем. Бынан 10-15 йыл элек атайым, шул туғандар ҡәберлектәрен эҙләп, табып күрһәтте. Селек, сейәлек баҫып бөткән уны. Зыяраттың майҙаны ла бик ҙур булғас, табыуы еңел булманы. Шул ваҡытта миндә был урынға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйырға тигән фекер уянды. Аллаға шөкөр, был уйымды 2003 йылда тормошҡа ашырҙым.
Эйе, ул замандарҙа кеше ғүмере себен урынына ла тормаған, һаулығы берәүҙе лә борсомаған. Ниһайәт, һуңғы йылдарҙа тарихыбыҙға йөҙ менән боролдоҡ. Республикабыҙҙа дәүләт кимәлендә кеше шәхесенә иғтибарҙы арттырыуға йүнәлтелгән төрлө саралар эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыла.
Быйыл 1921 – 1922 йылғы афәт ваҡиғаларына 100 йыл тулды. Мин, мәҫәлән, халҡыбыҙға күп юғалтыуҙар килтергән аслыҡ ҡорбандары иҫтәлегенә республика кимәлендә һәйкәл асылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ҡабатлап әйтәм: тарихта билдәле булған ваҡиғаларҙан тап ошо аслыҡ йылында башҡорт халҡы иң күп юғалтыу кисергән, был осорҙа йөҙәрләгән мең кешенең ғүмере өҙөлгән. Беренсе бөтә донъя һуғышы, революция, Граждандар һуғышы тыуҙырған, илде бөлгөнлөккә төшөргән сәйәсмәндәрҙең сәйәси ҡорбандары улар. Тимәк, улар сәйәси ҡорбандар тип аталырға ла хаҡлы. Был һәйкәл халыҡҡа ҡарата эшләгән яуызлыҡтар башҡа ҡабатланмаһын, килер быуындар фәһем алһын, әсе хәҡиҡәтте белеп үҫһен өсөн кәрәк. Йәш быуынды китап менән генә түгел, йәнле тарихты күрһәтеп тә тәрбиәләргә кәрәк. Беҙ, тереләр, ҡорбандарҙың рухына баш эйергә, сәскә һалырға бурыслыбыҙ.
Өлфәт Ҡобағошов,
скульптор.