Йәмғиәт
23 Ноябрь 2021, 13:16

Бында кәңәш алырға мөмкин

konkurent.rukonkurent.ru
Фото:konkurent.ru

Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, күсемһеҙ милек тураһындағы һорауҙар һәр саҡ көнүҙәк һәм етди иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, өй йәки фатир һатып алыр йәки, киреһенсә, һатыр алдынан белгестәр менән кәңәшләшеү бер ҡасан да артыҡ булмаҫ.

 

Хәҙер республикала йәшәүселәр онлайн тәртибендә “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында белгестәрҙән кәңәш алыу мөмкин­легенә эйә. Бының өсөн http://zkprb.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, “Сайт консультанты. Online” баннерын табып баҫырға кәрәк. “Хеҙмәт­кәрҙәребеҙ бер үк ваҡытта бер нисә файҙаланыусының һәм граждан, эшҡыуар, күсемһеҙ милек баҙарында ҡатнашыусының һорауҙарына яуап бирә ала.  Эш көндәрендә 9 – 18 сә­ғәттә, йома 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем белгестәр граждандарҙан үҙҙәренә килгән һорауҙарға яуап бирә, кискеһен һәм ял мәлендә килгән мөрәжәғәттәр иһә киләһе эш мәлендә ҡараласаҡ”, –  тип белдерҙе Росреестрҙың Баш­ҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Шулай итеп, һәр кем күсемһеҙ милек буйынса килешеү, хоҡуҡты рәсмиләштереү, кадастр иҫәбе кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.

Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, онлайн-консультант хеҙмәте граж­дандарҙың мөрәжәғәттәре менән эште арттырыу, ведомствоға килгән хаттар һанын кәметеү, республикала йәшәгән кешеләрҙең проблемаларын оператив хәл итеү өсөн барлыҡҡа килгән.

Әйткәндәй, хәҙер ер тураһындағы ҡанундарҙы боҙоу хаҡындағы мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт реестрына индерелә. Бының иһә ер участкаһына бәйле килешеүҙәр менән эш иткәндә, кредит һәм ипотека алғанда кәртәгә әйләнеүе мөмкин. Шуға ерҙән файҙа­ланыусыларға уға бәйле закондарҙы күҙәтергә, ниндәй ҙә булһа ҡанунды боҙоу осрағы бар икән, уларҙан тиҙерәк ҡотолорға саҡырабыҙ.

Өҫтәүенә, 1 сентябрҙән “Гараж амнистияһы” тураһындағы закон ғәмәлгә инде.  Росреестрҙың Баш­ҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, уның ярҙамында ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин.

Күп йылдар элек үҙ гараждарын төҙөгән 3,5 миллионға яҡын авто­һәүәҫкәр төрлө сәбәп менән милеккә хоҡуғын теркәүҙән мәхрүм булды, шуға күрә уларҙы һата, бүләк итә, мираҫ итеп ҡалдыра, емергән өсөн компен­сацияға дәғүә итә алманы. Баш­ҡортостанда иһә 35 мең 428 гараж бинаһы рәсмиләштерелмәгән. Был – дәүләт реестрына индерелгән гараж­дарҙың 20 проценты.

Хужанан быны раҫлаған документтар талап ителә, уларҙың исемлеге һуңғараҡ билдәле була. Шулай уҡ пай өсөн түләү, кооперативта гараж тотоу һәм ремонтлау, бүлеү тураһында ҡарар йәки гараж һатып алыу хаҡындағы килешеү кәрәк.

“Гараж амнистияһы” тураһындағы законға ярашлы, 2004 йылдың 31 декабренә тиклем һалынған һәм дәүләт йәки муниципаль ерҙә урынлашҡан гараждар амнистияға эләгә.

Ғаризаларҙы урындағы үҙидара органында яҙырға мөмкин. Кәрәкле процедуралар үткәндән һуң, документтар “Росреестр”ға ебәрелә. Бының өсөн һалым түләргә кәрәкмәй. “Гараж амнистияһы” тураһындағы закон 2026 йылға тиклем ғәмәлдә булыр тип көтөлә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас