

Йыл башынан алкоголдән ағыуланыуҙың уртаса күрһәткесе республикала 100 мең кешегә 20,1 тәшкил итте, тип хәбәр итә "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы.
Был күрһәткес Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ райондарында юғары.
Йыл башынан төбәктә спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыуҙан 141 кеше вафат булған, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда өсәүгә аҙыраҡ.
Алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары бер нисә ҡалала теркәлгән: Өфө (38), Салауат, Стәрлетамаҡ (һәр береһендә алтышар осраҡ), Октябрьский (дүрт), Ишембай (өс), Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Нефтекама (һәр береһендә икешәр), Баймаҡ, Бөрө, Дәүләкән, Күмертау, Яңауыл (һәр береһендә берәр осраҡ).
Үлем осраҡтары теркәлгән райондар: Иглин (ете), Илеш (биш), Ауырғазы, Өфө (дүрт), Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Краснокама, Тәтешле, Туймазы (өсәр осраҡ), Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәсетле, Учалы, Учалы, Шаран (икешәр), Асҡын, Баҡалы, Балтас, Дәүләкән, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Мәләүез, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондары (һәр береһендә берәр үлемесле осраҡ).
Һуңғы арала Рәсәйҙә алкоголле эсемлектәр менән ағыуланыу осраҡтары күбәйә. Ҡазанда булған фажиғәле хәлде генә телгә алып китеү ҙә етә. Тиҙҙән илде Яңы йыл шауҡымы биләп аласаҡ. Абай булайыҡ.
фото: zdorovieinform.ru