Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь , 19:00

Етәксене эштән ҡыуҙылар

Ә һеҙҙә ҡарҙы ваҡытында таҙарталармы?

Етәксене эштән ҡыуҙылар

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков, Совет районында урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бәйле хәл башҡа һыйғыһыҙ, тип белдерҙе.

"Р. Зорге, К. Маркс урамдары, Ибраһимов бульвары ниндәй хәлдә икәнен күрәбеҙ. Был хеҙмәтләндереүҙе ойоштороуға һығымта яһаныҡ. Һөҙөмтәлә ҡар таҙартыу өсөн яуаплы муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы эштән ҡыуылды. Хәҙер бында етәксе вазифаһын башҡарыусы хәлде контролгә алыр, тип уйлайым. Совет районында ҡар ҙа таҙартылмай, “Бионорд” реагенты ла ҡулланылмай", – тине Сергей Греков.

Уның ҡушыуы буйынса, Совет районына ярҙамға ҡаланың башҡа райондарынан эшселәр һәм техника ебәрелгән. Киләһе ялға тиклем ҡарҙы таҙартып бөтөү планлаштырыла.

Сергей Грековтың тәнҡитенән һуң әле Совет районында тәртип булдырыуға ныҡлап тотонғандар – урамдарҙы, йәйәүлеләр юлын, бордюрҙарҙы ҡарҙан таҙарталар. Райондың торлаҡ-хужалыҡ идаралығы ихаталарға ҡомло-тоҙло ҡатнашма һибә, тиелә Совет районының “Бәйләнештә”ге төркөмөндә.

Ә һеҙҙә ҡарҙы ваҡытында таҙарталармы?

Фото: "Бәйләнештә".

    

 

Етәксене эштән ҡыуҙылар
Автор:Рәмилә Мусина