

“Самокатты прокатҡа алып торорға теләгәйнем, минән паспортымды ҡалдырыуҙы һоранылар. Был законлымы?
Фәнис.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы”.
– Ҡануниәткә ярашлы, паспортты залог урынына файҙаланырға ярамай. Өҫтәүенә, прокатҡа биреп торған ойошмаларҙың һеҙҙең документығыҙ өсөн бер ниндәй яуаплылығы юҡ. Хоҡуҡ нормаларына ҡарағанда, залог – ул йөкләмә, бурыс. Был – барыһы ла һатыла һәм уның иҫәбенә сығымды компенсациялаясаҡ аҡсаны алыу. Ә паспорт иһә был категорияға ҡарамай. Уны ҡалдырып торорға тигән талап – административ хоҡуҡ боҙоу. Уның өсөн штраф ҡаралған.
Айһылыу НИЗАМОВА