

Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ҡуян ите етештереүҙе ун тапҡырға күбәйтергә ниәтләнәләр. Ил Хөкүмәтенә һәм Федерация Советына йүнәлтелгән “Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ҡуян үрсетеүҙе үҫтереү концепцияһы”нда ошо хаҡта аныҡ белдерелгән. Тик был маҡсатҡа нисек өлгәшерҙәр?
Был йорт хайуанын аҫрау отошломо?
Белгестәр һуңғы йылдарҙа сусҡа итен етештереү йәһәтенән етди ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы тураһында һөйләй. Африка тағуны меңәрләгән баш мырҡылдаҡты юҡ итте һәм артабан да ауырыу таралыу сәбәпле хәлдең ҡатмарлашыуын көтәләр. Тағундың ҙур сусҡасылыҡ фермаларына үтеп инеүенән хәүефләнәләр. Әгәр ҙә хәл ҡатмарлашһа, илдә сусҡасылыҡ холдингтарын күпкә ҡыҫҡартырға тура киләсәк. Шул осраҡта ҡуян үрсетеү табышлы һәм файҙалы булмаҡсы, ти белгестәр. Йорт ҡуянына тағун ҡурҡыныс түгел, ә уны үрсетеү, тауыҡ менән күркә кеүек үк, килемле. Тиреһе лә ҡыйбат. Бөгөнгө заман технологияларын уңышлы ҡулланғанда, ҡиммәтле тоҡомлоларын үрсеткәндә, тиреһе лә затлы буласаҡ.
Әлбиттә, бер эш тә ауырлыҡһыҙ булмай. Мәҫәлән, был тармаҡты үҫтереү өсөн тоҡомло фонд һәм сығымдар кәрәк. Әлегә иң төп кәмселек – тулыһынса Көнбайыш Европа селекционерҙарына ҡарап торабыҙ. Тоҡомло шешҡолаҡтар һатып алыу өсөн Рәсәй йыл һайын миллиард ярым һумға тиклем аҡса тотона.
Әйткәндәй, был проблеманы хәл итеү өсөн хәҙер ярайһы уҡ күп мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. В.А. Афанасьев исемендәге ҡиммәт тиреле йәнлектәр һәм ҡуян үрсетеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе Глеб Косовский белдереүенсә, ойошмала бөгөн сит илдәрҙекенән ҡалышмаған, хатта ҡайһы бер күрһәткестәр йәһәтенән күпкә яҡшыраҡ тоҡом өлгөләре бар. Әммә дәүләттең кредит, грант ярҙамынан тыш, ҡуянсылыҡ кластерын төҙөү мөмкин түгел. Әлбиттә, был хаҡта, аныҡ сығымдар тураһында, концепцияла күрһәтелгән. Барыһы ла ыңғай барһа, беҙҙең етештереүселәр 2025 йылға ҡуян ите әҙерләүҙе йылына 108 мең тоннаға еткерергә йыйына. Был иһә йыл һайын 30 миллиард һум табыш һәм ауылдарҙа бер нисә мең эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк тигән һүҙ. 50 меңләгән шәхси һәм 3,5 мең бәләкәй фермер хужалығының ныҡлы килем менән тәьмин ителеүе көтөлә. Өҫтәүенә эшкәртеү предприятиеларында 2,5 мең яңы эш урыны пәйҙә буласаҡ. Әлбиттә, был 1990 йылғы күрһәткестән алыҫ, ул саҡта Советтар Союзында 455 мең тонна ҡуян ите әҙерләнгән, хәҙерге кимәлдән ун тапҡырға күберәк.
Ҡағыҙҙа барыһы ла ал да гөл. Ысынбарлыҡта нисегерәк һуң? Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, ҡуяндарҙы башлыса шәхси ихаталарҙа тоталар. Уларҙың күпме икәнлеген әйтеүе лә ауыр. Тимәк, һәр хужа ҡуян ите етештереү, уларҙың һаулығын ҡайғыртыу, етештерелгәнен һатыу менән үҙе шөғөлләнә. Шуға республикала күпме ҡуян үҫтерелеп, ниндәй күләмдә ит етештерелеүен һанап сығарыуы ауыр. Ә һуңғы йылдарҙа ҡуянсылыҡ менән шөғөлләнгән фермалар асылманы.
Файҙаһы баһалап бөткөһөҙ
Мәғлүм булыуынса, ҡуян ите түбән калориялы диетик аҙыҡ булараҡ юғары баһалана, ул аллергия тыуҙырмай. Ә бөгөн, халыҡтың һаулығы ҡаҡшаған мәлдә, был айырыуса мөһим. Ҡуян итен бәләкәй балаларға, аллергия менән йонсоғандарға, артыҡ ауырлыҡтан яфаланғандарға ашарға кәңәш итәләр.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әлегә Рәсәйҙә йәшәгән кеше иҫәбенә барлығы 3,5 миллион баш ҡуян тура килә. Был һан 1990 йылдан бирле үҙгәрмәгән. Бөгөн илдәге 547 миллион тауыҡ йәки 21,4 миллион сусҡа менән сағыштырып ҡарағанда, уйланырға урын бар. Сауҙа кәштәләрендә ҡуян итен үтә һирәк осратырға мөмкин. Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында ҡуян итен бер урында ғына һаталар. Уның бер түшкәһе 750 – 900 һум. Шәхси ҡулдарҙа ҡуян итенең бер килоһы – 550 һум. Шулай уҡ түшкәһе бер мең һумға барып баҫа. Тимәк, бөгөн баҙарҙа уға ихтыяж ҙур.
Талымһыҙ һәм тиҙ үрсей
Ҡуян – талымһыҙ һәм үрсемле йәнлек, тигән фекергә туҡталып китке килә. Бер яҡтан был ысынлап шулай, тик тотороҡло килем алам тиһәң, уларҙы ныҡлы ҡарарға кәрәк.
Әле биш йылдан ашыу ихатала ҡуян тотҡас, уларҙың холоҡ-фиғелен, сирҙәрен һәйбәт беләм. Ҡуян һәм тотороҡлолоҡ – икеһе ике төшөнсә. Йәй башланыу менән ауырыуҙан бөтә йәш ҡуяндар ике көн эсендә юҡҡа сыҡҡан мәлдәр ҙә булды. Уларға даими рәүештә витаминдар биреп, ярты йыл һайын прививка эшләтеп торорға кәрәк. Шунһыҙ ҡуяндың түшкәһе лә бәләкәй була, ауырып үлгән осраҡтары ла йышая.
Ғөмүмән, ҡуян тотҡан хужаларға урындағы ветеринар менән ныҡлап эшләргә кәрәк. Бары шунда ғына уңышҡа өлгәшергә була.
Илгиз ДИНИСЛАМОВ, Өфө районы:
– Ихатала ҡуян тотоу ғаиләне экологик яҡтан таҙа ит менән тәьмин итеп тороу өсөн ҡулай. Тәү сиратта ҡош-ҡорт, һыйыр малы менән сағыштырғанда, күпкә уңайлыраҡ, сөнки ҡуяндар көн буйы ситлектә ултыра. Иртән һәм кис ашарҙарына етәрлек кимәлдә һалдың да оноттоң. Аҙнаһына бер барыһын да өҫтәлгә ҡуйып, ҡарап сығам. Ҡолаҡтарын, аяҡтарын тикшерәм, эстәрен ҡарайым. Тәүҙә тоҡомһоҙ ҡуяндар алып көттөм, хәҙер бары тоҡомлоларына өҫтөнлөк бирәм.
Дебете, тиреһе һәм ите өсөн тәғәйенләнгән ҡуяндар алдыҡ. Дебет ҡуяндарының хаҡы һәйбәт. Берәүһен 2500 – 3500 һумға һатабыҙ. Тире өсөн тәғәйенләнгән ҡуяндарҙың да хаҡы яҡшы – биш мең. Ит өсөн тәғәйенләнгәне тиҙ үҫә – дүрт айҙан уларҙы һуйырға була. Түшкәһе ике – дүрт килограмға барып етә. Минең әлегә йөҙгә яҡын ҡуяным бар. Уларҙы аҫрауға айына 6 – 8 мең һум аҡса китә. Йәй дауамында етәрлек бесән әҙерләп ҡуябыҙ.
Ҡуян итенә ихтыяж ҙур. Әммә әлегә дәүләт ярҙамы тойолмай.
Илнур ҒИЛӘЖЕВ, Татарстан:
– “Бельгия фландеры” тоҡомло ҡуяндар тотам. Ферма булдырҙым. Минең ҡуяндарымды һорап, тотош илдән кешеләр килә. Әлегә бары тоҡомло ҡуяндарҙы һатам. Ите ғаиләбеҙгә һәм һатыуға ғына етә. Ҡуян ите етештереү миңә әлегә килемле булып тойолмай, сөнки бер йорт хайуанынан кәм тигәндә өс килограмм ит алһам, уны 1500 һумға һатам, ә ҡуянды тоҡомға үҫтереп һатһам, хаҡты 2500 һумдан ҡуям. Һуйып ыҙаланғансы, тереләй һатып ебәреү отошлораҡ.
Ҡуянсылыҡтың киләсәге бар, сөнки бөгөн кеше үҙ һаулығын ҡайғырта, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә иғтибар көсәйә. Балалар араһында ла аллергия менән сирләүселәр күп. Уларға ҡуян ите ашатырға кәрәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.

