Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь , 22:30

“Стәрлетамаҡҡа ярҙам итәсәкбеҙ”

Андрей Назаров: "Ҡалала байтаҡ проблема йыйылған. Барыһын да урынға барып ҡараныҡ, тикшерҙек".

“Стәрлетамаҡҡа ярҙам итәсәкбеҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә Хөкүмәт ағзаларының Стәрлетамаҡҡа сәфәре, ҡалалағы хәлдәр тураһында яҙҙы.

“Стәрлетамаҡ – республикалағы иң ҙур индустриаль үҙәктәрҙең береһе. Ул ярайһы уҡ төҙөк, бында мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт майҙансыҡтары һәм башҡа социаль объекттар тотороҡло төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта ҡалала байтаҡ проблема йыйылып киткән. Уларҙың айышына төшөнөү өсөн бөгөн бөтә Хөкүмәт менән шунда юл алдыҡ. Бөтә нәмәне урынға барып ҡараныҡ, тикшерҙек...

Мәҫәлән, экология мәсьәләләрен алайыҡ. Стәрлетамаҡ – сәнәғәт ҡалаһы һәм атмосфераға матдәләр сығарыу күләме буйынса республикала Өфөнән генә ҡалыша. Был, әлбиттә, халыҡтың һаулығына туранан-тура йоғонто яһай. Беҙ урындағы төп предприятиеларҙың етәкселәре менән осраштыҡ, улар үҙҙәренең производстволарын яңыртысаҡ тип һөйләшеп килештек. Мәҫәлән, БСК ошо маҡсатҡа яҡын арала 500 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтәсәк.

Бынан тыш, йәнә бер ҡарарға килдек. Әле Стәрлетамаҡта ике автоматлаштырылған һауаға контроль станцияһы һәм “Башгидромет”тың биш стационар посы эшләй. Әммә һауаның бысраныу дәрәжәһен тулыһынса асыҡлау өсөн был ғына етмәй. Бындай мәғлүмәт бөтөнләй булмаһа, ул саҡта нимә эшләргә – аңлашылмай. Шуға күрә беҙ бында тағы ла бер автоматлаштырылған станция, артабан йәнә икәүҙе асырға ниәтләйбеҙ. Уларҙың урынын “Стәрлетамаҡ, һула!” йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре менән берлектә билдәләрбеҙ. Һауаға зарарлы матдәләр сығарыу буйынса был станциялар туплаған йыйылма мәғлүмәттәрҙе ҡаланы “Саф һауа” федераль проектына индереү өсөн ебәрәсәкбеҙ.  

Ҡалалағы төп проблемаларҙың береһе йәмәғәт транспорты етмәүгә бәйле. Урындағы троллейбус паркы 100 процентҡа иҫкергән тиерлек, шуға күрә техника йыш боҙола. Халыҡ ҡаланың бер өлөшөнән икенсеһенә китә алмауға даими зарлана. Стәрлетамаҡҡа ярҙам итергә булдыҡ. Быйыл ҡалаға бер, киләһе йылда йәнә туғыҙ троллейбус тапшырабыҙ. Проблеманы системалы хәл итеү юлын эҙләйәсәкбеҙ.

Торлаҡ төҙөлөшөнә килгәндә. Һуңғы йылда ҡалала төҙөлөштәр аҙ. Бөгөн ошо турала төҙөүселәр менән аралаштым. Төп сәбәптәр иҫәбенә улар ер участкаларына ҡытлыҡты, инженерлыҡ коммуникацияларының булмауын индерә. Шулай уҡ юлдарҙың булмауы борсоуға һала. Мәсьәләләр ҡатмарлы, әммә хәл итерлек. Төньяҡ, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә ҡала сиген киңәйтеү тураһында уйлашырбыҙ. Унда межа һалынмаған ерҙәр бар. Селтәрҙәр үткәреү буйынса эште финанслау мөмкинлеген дә эҙләрбеҙ.

Бөгөн урындағы инвестиция әүҙемлеге менән бәйле проблемалар, бәләкәй бизнесты үҫтереү, юлды төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын төҙөү мәсьәләләре буйынса фекер алыштыҡ. Киләһе йылда ҡалаға ихаталарҙы тәртипкә килтереүгә, подъездарҙы ремонтлауға, коммуналь техника һатып алыуға һәм ҡала архивын ойоштороуға өҫтәмә аҡса бүлергә ҡарар иттек. Стәрлетамаҡта тормош әкренләп яҡшыра барасаҡ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: facebook.com/photo

Сығанаҡ: facebook.com

 

Автор:Лилия Давлетбакова