

* 1 октябрҙән балалар пособиеһын “Мир” картаһына күсереү тамамланды. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн түләүҙәр алған кешенең был картаһы юҡ икән, аҡса банк иҫәбенә килә. Уны үҙ сиратында кассала алып буласаҡ йәки почта аша күсереү мөмкинлеге ҡаралған. Шулай итеп, “Мир” картаһын һәр банк бүлексәһендә рәсмиләштерергә мөмкин.
*l Хәҙер бушлай прививканы шәхси клиникала ла эшләп була. Дәүләткә ҡарамаған медицина ойошмаларына сирҙе иҫкәртеү прививкалары милли календарына ярашлы вакцина яһау мөмкинлеген биргән закон ғәмәлгә инде. Бының өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленә. Бындай хоҡуҡҡа мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында эшләгән клиникалар эйә.
* Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, махсус дәрәжәһе булған полиция, Яза башҡарыу федераль хеҙмәте, таможня һәм Федераль фельдъегерь бәйләнеше хеҙмәткәрҙәрен, янғын һүндереүселәрҙе аҡсалата тәьмин итеү 3,7 процентҡа артты. Хеҙмәттә булған хәрбиҙәрҙең оклад күләменең артыуына туранан-тура бәйле хәрби пенсиялар ҙа күтәрелде. Әйткәндәй, илдә яҡынса 2,5 миллион хәрби пенсионер иҫәпләнә.
Айһылыу НИЗАМОВА