

“Уҡытыусы уҡыу йылының теләгән ваҡытында эштән китә аламы? Был йәһәттән ниндәйҙер сикләүҙәр бармы? Эштән китер алдынан ниндәйҙер ваҡыт эшләргә кәрәкме?
З. ҒАЙНАЗАРОВА”.
– Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 4-се статьяһына ярашлы, мәжбүри хеҙмәт тыйылған. Ошо уҡ Кодекстың 80-се статьяһында һүҙ хеҙмәткәрҙең, ике аҙнанан һуңға ҡалмайынса эш биреүсене иҫкәртеп, хеҙмәт килешеүенән баш тарта алыуы хаҡында әйтелгән. Хеҙмәткәр менән эш биреүсенең һөйләшеүе буйынса килешеү эштән китеү тураһындағы ғаризала күрһәтелгән датанан алда ла өҙөлөргә мөмкин.
Эш биреүсе уҡытыусының үҙ ирке менән хаҡлы ялға сығыуына бәйле яҙылған ғаризала күрһәтелгән датала ебәрергә тейеш. Ә былай дөйөм ҡағиҙәләр буйынса хеҙмәткәр етәксеһен ике аҙна алдан эштән китеүе тураһында иҫкәртергә бурыслы. Әйткәндәй, был мәғариф тармағы ғына түгел, башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла. Рәсәй Хеҙмәт кодексы тарафынан педагог эшмәкәрлеген алып барғандар өсөн ниндәйҙер иҫкәрмә ҡаралмаған. Ә эш биреүсенең хеҙмәткәрҙе эштән ебәрергә теләмәүе иһә, хатта алмаштырырға кеше булмаған осраҡта йәки яңы уҡыу йылы башланған ваҡытта ла, хоҡуҡҡа ярашлы тип танылмаясаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА