

Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе. Уны вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы һандар менән таныштырыуҙан башланы.
Башҡортостанда инфекция йоҡторған кешеләр һаны 101 меңгә етте. Һуңғы тәүлектә – 675 яңы осраҡ.
– Сирлеләрҙең 7220-һе амбулатор дауа ала, 637 кеше дауаханала ята. 113 кешенең хәлен табиптар ауыр тип баһалай, улар интенсив терапия бүлексәһенә күсерелгән, – тине Максим Забелин.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививка һалдырыу дауам итә. Вакцинаның беренсе компонентын тейешле халыҡтың 76 проценты яһатҡан. Был – 1 889 939 кеше. Был ғәмәлде тулыһынса 65 процент тамамлаған, йәғни – 1 616 000 кеше.
Республикала коронавирустан башҡа ла йоғошло миҙгел сирҙәре арта. Мәҫәлән, быйыл лабораторияла 23 киҙеү (грипп) осрағы раҫланған. Быны республиканың баш санитар табибы Анна Казак хәбәр итте.
Башҡортостанда киҙеүҙән халыҡтың 42 проценты вакцина яһатҡан. План буйынса был прививканы 2,4 миллион кешегә һалдырырға кәрәк. Шулай уҡ Анна Казак белдереүенсә, уны балаларға ла эшләтергә кәрәк.
Киҫкен респиратор вируслы инфекциялар буйынса эпидемиологик кимәл – 8,6 проценттан ашыу. Ә бына үткән аҙна күрһәткестәре менән сағыштырғанда, һан кәмегән.
Кәңәшмәлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тураһында һөйләшеү булды. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зарафетдинов уның эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм 2022 – 2024 йылдарға пландар тураһында белдерҙе. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә каналға 20 йыл тулды.
– Бөгөн предприятие составына БЮТ-тан башҡа “Тамыр”, “Ҡурай-ТВ”, “Сәләм” телеканалдары, “Юлдаш”, “Спутник ФМ” һәм “Ашҡаҙар” радиолары инә. Бынан тыш, БЮТ программалары көн һайын ОТР федераль каналында һанлы телевидениеның беренсе мультиплексында сыға, – тине ул. – Беҙ тәүлек әйләнәһенә рус һәм башҡорт телдәрендә Рәсәйҙең барлыҡ Европа өлөшөндә эфирға сығабыҙ. Илдә телеканалыбыҙҙың дөйөм аудиторияһы 40 миллион кешене тәшкил итә.
Алдынғылар араһында булыу һәм тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алға ҡарап йәшәй, даими рәүештә яңы контент тәҡдим итә. Киләсәккә лә пландар күп, яңы программалар сығасаҡ, булғандары яңырасаҡ.
Үҙенең 20 йәшен Башҡортостан юлдаш телевидениеһы заманса биҙәлеш менән ҡаршылай. Һуңғы ете йыл эсендә беренсе тапҡыр каналда тулы ребрендинг булды, уның яңы, замансараҡ логотибы барлыҡҡа килде. Беҙ социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эшләйбеҙ. Яҙылыусыларыбыҙ һаны һуңғы йыл ярымда 60 процентҡа күбәйҙе һәм бер миллиондан ашты.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрында 114 объект бар, уларҙа 3,9 мең кеше зыян күргән. 2021 йыл башынан алып был реестрҙан 16 объект төшөп ҡалған һәм 863 граждандарҙың хоҡуҡтары тергеҙелгән.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып, алданған граждандарҙың хоҡуҡтарын 2023 йыл аҙағына тиклем тергеҙеү өсөн план-график булдырылған. Бында “Граждандар хоҡуҡтарын яҡлау – өлөшләтә төҙөлөш ҡатнашсылары фонды” механизмдарын файҙаланып, проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү йәки граждандарға түләмдәрен ҡайтарыу, республика һәм төҙөлөш компаниялары көстәре менән эште теүәлләү инә.
Әлеге ваҡытта 72 проблемалы объект буйынса фонд ҡарарҙар ҡабул иткән. Шулай 43 объект төҙөлөп бөтәсәк. Уларҙың өсәүһе – быйыл, 32 йорт – 2022 йылда һәм һигеҙе 2023 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш. 29 объект буйынса (һигеҙе әле реестрҙан алып ташланған) компенсация түләү ҡаралған. Бөгөнгә ҡарата исемлектә – 1001, ә дөйөм алғанда 1459 кеше тора. Улар дөйөм суммаһы 1,453 миллиард һум кимәлендә түләм алған.
10 объект Фондтың Күҙәтеү советы ҡарарын көтә. 18 проблемалы объектты республика һәм төҙөлөш компаниялары үҙ көстәре менән тамамлаясаҡ. Уларҙың туғыҙын республика быйыл тамамларға планлаштыра, дүрт йортто төҙөүселәр төҙөп бөтәсәк. Ҡалғандар буйынса ла ҡарарҙар бар, ҡайҙалыр аҡса биреләсәк, ҡайҙалыр төҙөүсе ойошма алмаштырыласаҡ.
Башҡортостанда коронавирус пандемияһы башланғас, хеҙмәт баҙарында эшһеҙҙәр артып киткәйне. Әле иһә хәлдәр яҡшырған. Был турала кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.
– Росстат мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тапҡыр эшсе көстәрҙе тикшергәндән һуң, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методологияһы буйынса эшһеҙҙәр һаны 40 процентҡа (127 меңдән 76 мең кешегә тиклем) кәмегән, эшһеҙлек кимәле 2,5 процентҡа түбәнәйгән – 6,5 проценттан 4 процентҡа тиклем, – тине ул.
Теркәлгән эшһеҙҙәр һаны былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда шулай уҡ дүрт тапҡырға йәки 94 мең кешегә кәмегән һәм 1 ноябргә ҡарата 28 мең кеше тәшкил иткән.
34 районда теркәлгән эшһеҙлек кимәле уртаса республика күрһәткестәренән түбәнерәк. Мәҫәлән, уның иң бәләкәй күрһәткестәре Сибай ҡалаһы, Бөрйән, Йылайыр, Белорет, Бөрө райондарында теркәлгән. Иң ҙур күрһәткестәр – Ағиҙел ҡалаһында, Балаҡатай, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондарында.
Министр белдереүенсә, Башҡортостанда вакансиялар ҙа артҡан. 1 ноябргә ҡарата 58 мең вакансия теркәлгән, был 2020 йылдың 1 майы менән сағыштырғанда (унда иң аҙ вакансиялар теркәлгән) 53 процентҡа йәки 20 мең берәмеккә күберәк.
Ленара Иванова белдереүенсә, хеҙмәт баҙарын ведомство-ара хеҙмәттәшлек ярҙамында көйләү һәм күҙәтеү, һөнәри ориентация саралары үткәреү, һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү ошондай һөҙөмтәгә килтергән. Шулай уҡ социаль яҡтан аҙ яҡланған кешеләр менән эшләү, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу ҙа ыңғай роль уйнаған.
– Хеҙмәт баҙарында хәлде тотороҡландырыуҙың мөһим ҡоралы булып “Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы сараларын үтәү торҙо. Быйыл программаны финанслау дүрт миллиард һум тәшкил итте, – тине министр.
Кәңәшмәлә шулай уҡ ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм Республикаға идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге ҡаралды.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.