Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 20:30

Баш ҡала халҡы өсөн яҡшы яңылыҡ!

Халыҡҡа Яңы йылды һәм оҙайлы ҡышҡы ял ваҡытын яҡшыраҡ үткәреү мөмкинлеге асылды.

Баш ҡала халҡы өсөн яҡшы яңылыҡ!

Саҡрымға һуҙылған каток төҙөлә. Ҡайҙа, тиһегеҙме?

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында. Баш ҡала мэры Сергей Греков әйтеүенсә, һырғалаҡ төҙөлгән урында бөтә уңайлылыҡтар буласаҡ: яҡтыртыу саралары, тәғәмхана, йылытылған кейем алмаштырыу бүлмәһе, музыка. Ярҙың өҫкө өлөшөндә боҙҙан Яңы йыл ҡаласығы төҙөү ҙә күҙаллана.

Яңы объект алда торған байрам һәм оҙайлы ҡышҡы ял ваҡытында халыҡ өсөн бик кәрәкле булыр, уларҙың яратҡан ял урынына әйләнер.

Фото: fiesta.ru

Автор:Аклима Гизатуллина