Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 21:30

Өфөлә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

"Был эштәрҙә һәр кем ҡатнашһын ине".

Өфөлә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Билдәле булыуынса, 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы байрам ителәсәк. Хакимиәт башлығы Сергей Греков ҡала Советының сираттағы ултырышында уға әҙерлек барышы менән таныштырҙы.

Мэр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғонда раҫланған, юбилейға әҙерлек барышында төҙөләсәк һәм реконструкцияласаҡ объекттар исемлеген тәҡдим итте. Бюджет 215 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Ул бер нисә сығанаҡтан тора – федераль финанслау (89,2 миллиард һум), республика ҡаҙнаһынан (44,3 миллиард һум), баш ҡаланыҡынан (15,1 миллиард), эшҡыуарлыҡ инвестицияларынан (66,7 миллиард һум).

Программа бер нисә бүлектән тора. Аҡсаның төп өлөшө (115,5 миллиард һум) яңы объекттарҙы төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Был бүлектә Евразия китапханаһы, Пушкин урамындағы “Өфө ҡаласығы-2” археология әйберҙәрен һаҡлағыс, Инорста ишеү слаломы өсөн ҡоролма, Фехтование үҙәге, Спорт көрәше үҙәге кеүек мөһим объекттар бар.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү һәм экология блогына парктар, скверҙар, бульварҙар ингән. Был маҡсат өсөн 92,1 миллиард һум һалыу ҡаралған.

"Беҙ бөгөн парктарҙы, скверҙарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Мәҫәлән, Черниковкала "Нефтехимик" паркы халыҡты үҙенә ылыҡтырған яңы урын буласаҡ - проектын әҙерләргә тотондоҡ. Ул Еңеү һәм Беренсе май паркттарын бер-береһенә бәйләйәсәк. Шулай уҡ “Төҙөүсе” стадионын реконструкциялау ҡаралған, был объект әүҙемлектең ҙур үҙәгенә әйләнәсәк. Унда бульвар һәм фонтан тергеҙеләсәк", – тине Сергей Греков.

Юбилей саралары алдынан Дим биҫтәһендәге үҙәк паркты, “Тулҡын” һәм “Көньяҡ” парктарын төҙөкләндереү ҡаралған.

Сергей Греков тағы ла бер мөһим бурысты билдәләне – “Химпром” заводының ташландыҡ биләмәһен рекультивациялау. Предприятиеның шлам һаҡлағыстарында әле һаман зыянлы матдәләр бар. Тирә-яҡ мөхиткә хәүеф тыуҙырған был урынды бөтөрөү мөһим, тине баш ҡала хакимиәте башлығы.

Социаль әһәмиәтле тиҫтәләгән эре объект төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ, шул иҫәптән мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм ял лагерҙары.

Мәҙәни мираҫ объекттарына ла иғтибар ҙур буласаҡ. Беренсе сиратта һүҙ Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау тураһында бара. Иҫке йорттар бушатыласаҡ һәм конкурс нигеҙендә шәхси инвесторҙарға һатыласаҡ. Яңы хужалар йорттарҙы яңыртып ҡына ҡалмай, уларҙы коммерция объекттары итергә бурыслы.

Был эштәр - ҙур әҙерлек планының бер өлөшө. Республика кимәлендә уларҙы тормошҡа ашырыу менән Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге команда шөғөлләнә. Төбәк ойоштороу комитеты һәм ҡала дирекцияһы эшләй. Сергей Греков ҡала Советы депутаттарын ҡала бюджетынан, шулай уҡ инвесторҙар иҫәбенә финансланасаҡ объекттар буйынса дирекция эшенә ҡушылырға, үҙҙәренең тәҡдимдәрен, теләктәрен индерергә саҡырҙы.

Ул шулай уҡ муниципалитет проекттарының төп өлөшөн бойомға ашырыуға мөмкин тиклем күберәк аҡса йәлеп итеүгә Дәүләт Думаһы депутаттарының һәм республиканан сенаторҙарҙың ярҙамлашырға ризалығын алыуы тураһында белдерҙе.

"Ҡалабыҙҙың оло юбилейы – һәр Өфө кешеһенең байрамы, беҙ уға бергәләп үткәрергә тейешбеҙ. Сараларға әҙерләнеүҙә, уларҙы уҙғарыуҙа ҡалалағы һәр кем ҡатнашһын ине", – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

#городуфа#Уфа#Өфө             

Өфөлә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Автор:Рәмилә Мусина