Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 19:50

Өфө паркына Рауил Бикбаев исеме бирелерме?

"Мәсьәләгә кире ҡайтып, биҫтәлә йәшәгәндәрҙең фекерҙәрен өйрәнеп, башлағанға йомғаҡ яһарға кәрәк".

Өфө паркына Рауил Бикбаев исеме бирелерме?

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты ҡарамағындағы әҙәбиәт буйынса эксперт советы Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендәге паркка Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен биреү тәҡдимен хупланы.

"Беҙгә граждандарҙан арҙаҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереүгә ҡағылған мөрәжәғәттәр килә. Улар республика Башлығының "Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаев хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү тураһында"ғы Указына ярашлы барған эштәрҙе тиҙләтеүҙе һорай. Былтыр шәхестең исемен Өфөләге Киров районының Көньяҡ биҫтәһендәге яңы паркка биреү хаҡында тәҡдим булды. Был әле тормошҡа ашырылмаған", — тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Парламент спикеры һүҙҙәренсә, ошо мәсьәләгә кире ҡайтып, биҫтәлә йәшәгәндәрҙең фекерҙәрен өйрәнеп, башлағанға йомғаҡ яһарға кәрәк.

"Рауил Бикбаев халҡына баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле мираҫ — илленән ашыу сәсмә, әҙәби һәм фәнни-тикшеренеү әҫәре ҡалдырҙы, оло хеҙмәте менән уҡыусылар, шиғриәт һөйөүселәр, ғалимдар араһында лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанды. Мин үҙен яҡындан белдем: 2008 йылда Рауил Төхвәт улы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. Ысын халыҡ шағиры булды ул. Беҙ арҙаҡлы шәхестең ижади мираҫын популярлаштырасаҡбыҙ, уның хаҡында яҡты иҫтәлекте һаҡлаясаҡбыҙ, шул иҫәптән ҡала инфраструктураһы элементтарына исемен биреп тә", — тине Константин Толкачев.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Автор:Дилбәр Ишморатова