Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 15:30

Хәлең нисек, Стәрлетамаҡ?

Хөкүмәттең күсмә ултырышында байтаҡ мәсьәләләр тикшерелде.

Хәлең нисек, Стәрлетамаҡ?

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең күсмә ултырышын үткәрҙе. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә арналды.

– Стәрлетамаҡ, республиканың ҙур индустриаль үҙәктәренең береһе булараҡ, социаль-иҡтисади үҫештең байтаҡ йүнәлештәре буйынса алдынғы урындарҙы биләй, – тине Андрей Назаров. – Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген федераль баһалау йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ элгәре йылда ла, былтыр ҙа республиканың һигеҙ ҡала округы араһында беренсе урынды яуланы.

Шул уҡ ваҡытта Премьер-министр ҡаланы үҫтереүгә бәйле һәм комплекслы хәл ителергә тейешле проблемаларҙы билдәләне. Улар иҫәбенә иң элек экология, автомобиль юлдары һәм транспорт инфраструктураһы, торлаҡ төҙөлөшө, артабанғы индустриаль үҫеш мәсьәләләре һәм башҡалар инде.

Ултырышта Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында сығыш яһаны. Ул мәҙәниәт учреждениелары, спорт ҡоролмалары етмәүгә, мәғариф учреждениелары биналарының иҫкереүенә иғтибарҙы йүнәлтте. Бынан тыш, күрше Стәрлетамаҡ районы менән сиктәш ерҙәрҙе айырыу проблемаһы ла көнүҙәк булып ҡала. Премьер-министр ҡалала транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу зарурлығын билдәләне.

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов районда 12 миллиард һумлыҡ инвестиция күләме менән 68 инвестиция проектының тормошҡа ашырылыуы, һөҙөмтәлә 400-ҙән ашыу эш урыны булдырыуҙың күҙалланыуы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан сода компанияһы иң ҙур инвестор булып ҡала.

– Республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға быйыл 29 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡарала, шуның 40 проценты тиерлек урындағы бюджеттарға тура килә. Стәрлетамаҡ 11 милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов Стәрлетамаҡта милли проекттарҙың үтәлеше тураһында ентекле мәғлүмәт тәҡдим итте. Һәр милли проект буйынса башҡарылған һәм планлаштырылған эштәр хаҡында һөйләне.  

Хөкүмәт ултырышында Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һаулыҡ һаҡлау тармағының үҫеше тураһында республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сығыш яһаны. Ул билдәләүенсә, ҡалала туғыҙ махсус учреждение халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Былтыр 74 бокс палатаһын үҙ эсенә алған Йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡтағы медицина ойошмаларына заманса ҡорамалдар һатып алынған. Андрей Назаров ҡаланы медицина кадрҙары менән тәьмин итеү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.

Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин Стәрлетамаҡтағы белем биреү учреждениелары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Уның әйтеүенсә, бында 63 балалар баҡсаһы, шул иҫәптән өс шәхси баҡса, 10 һөнәри белем биреү ойошмаһы бар.

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына һәм ҡала хакимиәтенә балалар сәнғәт мәктәбе бинаһын реконструкциялауҙы махсус контролдә тоторға ҡушты. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Стәрлетамаҡта өҫтәмә рәүештә һигеҙ балалар сәнғәт мәктәбен асыу зарурлығы тураһында белдерҙе. Дөйөм алғанда, бында мәҙәни тормошто 11 ойошма көйләй, 80-дән ашыу ижади коллектив эшләй. Артабан да системалы эш алып барыуҙы талап иткән мәсьәләләр иҫәбенә министр мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуҙы, йәш ижади кабрҙар менән тәьмин итеүҙе, ситкә сығып тамашалар ойоштороу өсөн транспорт һатып алыуҙы, төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашыу зарурлығын индерҙе.

Ултырышта республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев үҙенең сығышында транспорт инфраструктураһын үҫтереү, юл һалыу һәм төҙөкләндереү темаһын күтәрҙе, юл фажиғәләре һанының түбәнәйеүен билдәләне.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров Стәрлетамаҡта атмосфера һауаһын һаҡлау, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев ҡала биләмәһен төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексын үҫтереү мәсьәләһенә туҡталды. Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов күсмә ултырышта Стәрлетамаҡта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр тураһында һүҙ алып барҙы.

Ултырыш аҙағында урындағы бюджеттың килем базаһын нығытыу мәсьәләһе тикшерелде. Финанс министры Лира Иғтисамова ҡала бюджеты килемдәре һәм сығымдары тураһында һөйләне. Андрей Назаров муниципалитеттарға финанс тәртибенең үтәлешенә контролде көсәйтергә ҡушты.  

– 2021 йыл тамамланыуға күп ҡалманы. Беҙ уны йылдам социаль-иҡтисади үҫеш менән тамамларға тейешбеҙ, – тип һүҙен йомғаҡланы Премьер-министр. –  Стәрлетамаҡҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса федераль программаларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға кәрәк. Ә беҙ иһә, республика бюджетынан ҡала өсөн өҫтәмә резервтар табырбыҙ. Дөйөм алғанда, беҙ ҡала һәм республика халҡы файҙаһына һөҙөмтәле, системалы эш күрһәтергә тейешбеҙ.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53646

 

Автор:Лилия Давлетбакова