Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 11:00

Хәтифә инәйгә – 103 йәш!

Хәтифә Тимерғәле ҡыҙы бөгөн балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүтә.

Хәтифә инәйгә – 103 йәш!

Йөҙйәшәрҙәр тураһында ишетеү менән күптәр, “эх, мин дә шул йәшкә етһәм ине” тигән татлы хыялға бирелеүсән. Ә инде бер быуат ғүмер йәшәгән инәй йәки олатай менән осрашыу барыбыҙ өсөн дә тулҡынландырғыс.

Мәҫәлән, Көйөргәҙе районында 103 йәшлек Хәтифә Фәйзуллина йәшәй. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй үҙен яҡшы тоя, әңгәмәгә ихлас ҡушыла, хатта ҡыҙыҡһыныусан һәм төпсөшөү кеүек сифаттары ла һүрелмәгән. Хәтифә Тимерғәле ҡыҙы бөгөн балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә Ермолаевка ауылында ғүмер йомғағын һүтә.

– Һәр атҡан таңымды күреүемә шатланып ултырам, – тип ҡыуанып һөйләй Хәтифә Фәйзуллина. – Улай ғына ла түгел, балаларымдың, ейән-ейәнсәремдең, бүлә-бүләсәләремдең һәр уңышын үҙемдекеләй ҡабул итәм. Ошо һөйөнөс түгелме ни?!

Хәтифә Тимерғәле ҡыҙы билдәләүенсә, ул Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән. Йәш саҡтарында “ауылыбыҙ Ҡунаҡбай, күңелебеҙ моңға бай” тип йырлар булғандар.

Әсәләр көнө алдынан Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов Хәтирә Фәйзуллинаны өйөнә барып ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.

Фото: Юлай Ильясов.

Автор:Илдар Акьюлов