Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 19:30

"Һәр мөрәжәғәт артында - кеше яҙмышы"

Республикаға идара итеү үҙәге булдырылыуға – бер йыл. Уның эшмәкәрлегенә байҡау яһалды.

"Һәр мөрәжәғәт артында - кеше яҙмышы"

Республикаға идара итеү үҙәгенең төбәктә эш башлағанына бер йыл булды. Һөҙөмтәләр нисек? Ошо хаҡта уның белгестәре ентекле һөйләне, эштәренә йомғаҡ яһаны.

Бындай идара итеү үҙәктәре Рәсәй төбәктәрендә Президент Владимир Путин башланғысы менән булдырылды. Башҡортостанда ул 2020 йылдың 19 ноябрендә республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы ҡарамағында эшләй башланы.

Яңы структураның төп бурыстары – килгән мөрәжәғәттәрҙе һәм халыҡтың тәҡдимдәрен тиҙ арала ҡарау, яуап биреү һәм идара итеү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү.

Асылда, мәғлүмәт системалары комплексы эше берҙәм һанлы платформа булып тора, ул төбәк тормошоноң бөтә өлкәләрен тиерлек үҙ эсенә ала.

Республикаға идара итеү үҙәге өс блоктан тора. Беренсеһе — социаль коммуникациялар. Бөтә мөрәжәғәттәр тап ошонда ағыла. Тәү сиратта уларҙы "Инциденттар менән идара итеү" роботлаштырылған системалары һәм Кире бәйләнеш платформаһы теркәй. Һәм шул саҡта ғына һәр хәбәрҙе, инциденттарҙы белгестәр министрлыҡтарҙа, идаралыҡтарҙа, ҡала-район хакимиәттәрендә хеҙмәттәштәре аша эшкәртә. Шулай итеп, 2018 йылдың октябренән инциденттар менән идара итеүгә 216 730 мөрәжәғәт килгән. Ә дәүләт хеҙмәттәре порталындағы Кире бәйләнеш платформаһы аша халыҡ үҙ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн 146 мең тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Яҡын арала был системалар мобиль версияла эшләй башларға тейеш.

"Тиҙ яуап биреүҙе талап иткән мөрәжәғәттәр бар, беҙ уларҙы тәү сиратта эшкәртәбеҙ. Мәҫәлән, асыҡ люктар, электр уты менән килеп тыуған өҙөклөктәр, һыу, торба үткәргестәрҙәге төҙөкһөҙлөктәр. Бындай мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн муниципалитеттар, ашығыс хеҙмәттәр менән туранан-тура эшләйбеҙ. Үҙәктең бер йыллыҡ эшмәкәрлеген күҙ уңында тотоп, ошо ваҡыт эсендә кешеләр власть органдарына нығыраҡ ышана башланы, көнүҙәк мәсьәләләрҙең хәл ителеүен күрә, ярҙам кәрәк булғанда беҙгә хат яҙа һәм шунда уҡ яуап ала тигән һығымтаға килергә мөмкин", — ти күҙәтеү бүлеге етәксеһе Урал Рисов.

Республикаға идара итеү үҙәгенең Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарындағы ошоға оҡшаш структураларынан төп айырмаһы — иҡтисади-аналитик блогтың булыуы. Уның бурыстары араһында — халыҡ белдергән айырым мәсьәләне хәл итеү өсөн техник-иҡтисади мөмкинлектәрҙе барлау. Кәрәк саҡта бюджетты көйләү, шулай уҡ төбәккә ресурстар йүнәлтеү, уның инвестиция йәлеп итеүгә һәләтен арттырыу. Был блокка Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге, Үҫеш корпорацияһы, Иҡтисади үҫеш министрлығы инә, кәрәк саҡта белгестәре йәлеп ителә.

Республикаға идара итеү үҙәгенең өсөнсө блогы - мәғлүмәт бүлеге. Ул халыҡҡа власть органдары һәм муниципалитеттар эше тураһында һөйләй, шулай уҡ төбәк үҫеше буйынса ҡарарҙар сығарыу, был өлкәгә халыҡты йәлеп итеү, фекерҙәрҙе өйрәнеү өсөн яуаплы.

Үҙәк, инциденттар менән идара итеүҙән һәм Кире бәйләнеш платформаһынан тыш, тағы 16 мәғлүмәт системаһын берләштерелә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлкәһендә сүп-сар йыйыуҙы күҙәткән "Башҡортостан-Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары" системаһы эшләй. Ул - ҡалдыҡтарҙы сығарыу проблемалары булған тораҡ пункттарҙың интерактив картаһы. Мәҫәлән, Жилин, Нуғай, Федоровка һәм Карпов ауылдарында сүп-сар йыйыу өсөн өҫтәмә контейнер майҙансыҡтары һорап мөрәжәғәт итәләр.

Һөт, ит һәм аҙыҡ-түлек, үҫемлекселек, механизациялау продукттары тураһында мәғлүмәт тупланған "Агросәнәғәт комплексы" мәғлүмәт системаһы бар. Шулай уҡ юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролдә тотоу, планлаштырыу системаһы һәм башҡалар бар.

2021 йылдың июнендә үҙәк Хөкүмәт йорто алдында урынлашҡан яңы бинаға күсте. Хәҙер бөтөн блоктар ҙа бергә эшләй. Үҙәк өс ҡатлы заманса бинала урынлашҡан, майҙаны 6000 квадрат метрҙан ашыу.

Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙең иң күбе торлаҡ-коммуналь өлкәгә ҡағыла.

"Миҙгелгә ҡарап, төрлө тема буйынса мөрәжәғәт итәләр. Ҡыш яңғыраған иң йыш һорау - йылытыу, түләүҙәр. Йәйгеһен — ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү. Халыҡ идара итеүсе ойошмалар, улар менән нисек эшләү, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү һәм башҡа мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә. Капиталь ремонтҡа ғариза биреү, уның ҡасан тамамланыры, "Башҡорт ихаталары" программаһына инеү нескәлектәре, комплекслы ремонтлауҙы күҙәтеү мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, Өфөнөң Цюрупа урамында йәшәгәндәр эҫе һыуҙы бик оҙаҡ көтөргә тура килеүенә зарлана, торба ҡуйыуҙарын һорай. Был мәсьәләне хәл иткәндә БашРТС инженерҙары менән идара итеүсе компания араһында бәйләнеш булдырҙыҡ. Һөҙөмтәлә проблеманы асфальтты ҡаҙмайынса ла хәл итеү юлы асылды", - ти Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкиле Кристина Дикова.

Республика халҡынан йыш килгән һәм ҡатмарлы мөрәжәғәттәрҙе хәл итеү өсөн ҡай саҡта ведомство-ара хеҙмәттәшлек ойошторорға тура килә. Был осраҡта фокус-төркөмдәр булдырыу, тиҙ арала кәңәшмә йыйыу мәсьәләне тиҙ арала яйға һалырға ярҙам итә. Тәүге көндәрҙән башлап ошондай эш формаһы һөҙөмтә бирә. Халыҡ та мөрәжәғәтте тиҙ арала эшкә алыуҙары менән риза була, социаль селтәрҙәрҙә рәхмәт белдерә.

Бындай үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә миҫал итеп Өфө - Иглин - Павловка юлында халыҡ һораған туҡталыштың барлыҡҡа килеүен күрһәтергә мөмкин. Әлеге мәсьәләне республиканың Транспорт министрлығы менән 2021 йылдың 12 июлендә кәңәшмәгә йыйылып ҡараһалар, августа көтөлгән туҡталыштар ҡуйылды ла инде.

Республикаға идара итеү үҙәге үҙ эшендә социологик тикшеренеүҙәргә һәм йәмәғәт фекерен өйрәнеүгә таяна. Мәҫәлән, күптән түгел социологтар сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса онлайн-һорау алыу үткәргән. Һөҙөмтә күрһәтеүенсә, халыҡтың күпселеге сүп-сарҙы төрҙәргә бүлергә әҙер, әммә бының өсөн махсус контейнерҙар ҡуйыу шарт тип билдәләгән. Ә ундай мөмкинлек респонденттарҙың 14 процентында ғына бар. Бынан тыш, сығарылыш класс уҡыусыларының мәктәпте тамамлағандан һуң ниндәй юғары уҡыу йортон һайлауы, ни өсөн республикала ҡалыу-ҡалмауына анализ яһалды. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты борсоған байтаҡ һорау йыйылды, шуға бизнес-шерифтар ҡатнашлығында семинар үтте.

Бынан тыш, Республикаға идара итеү үҙәге халыҡҡа уңайлылыҡ өсөн махсус ресурстар булдыра. Әйтәйек, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Телеграмм каналында өс - ете йәшлек балаларға пособие тәғәйенләү тураһында чат-бот эшләгән. Шулай уҡ ошо каналда Өфөләге CОVID-19-ға ҡаршы вакцинация пункттары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Әле эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында белешмәләрҙе бер урынға туплағандар, ҡулланыусылар менән аралашыуҙы автоматлаштырған ошо уҡ программа тиҙҙән эш башлаясаҡ.

Республикаға идара итеү үҙәгенең тағы бер блогы - социаль селтәрҙәрҙә көнүҙәк темалар буйынса тура эфирҙар ойоштороу. Уҙған йылдың 25 авгусынан алып ошондай 93 сара үткәрелгән. Бынан тыш, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә даими рәүештә брифингтар ойоштора. 21 октябрҙән иһә иртәнге "Сәләм" тапшырыуында үҙәктең ағымдағы эшмәкәрлеге тураһында күрһәтә башланылар.

Тиҙҙән Республикаға идара итеү үҙәге менән ентеклерәк танышырға теләгәндәр өсөн аҙна һайын экскурсиялар ойоштороласаҡ.

"Төп иғтибар кешеләргә йүнәлтелгән. Яңы структураның эш принцибы — халыҡ менән бергә булыу, көнүҙәк проблемалар тураһында белеү һәм уларҙы тиҙ арала хәл итеү. Төп маҡсат шул — "Беҙ беләбеҙ — хәл итәбеҙ — иҫкәртәбеҙ — хәбәр итәбеҙ", — ти Елена Прочаковская.

"Республикаға идара итеү үҙәге — төбәктең үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы, ул күп күрһәткестәрҙе, шул иҫәптән быға тиклем власть күҙлегенән төшөп ҡалғандарын анализларға мөмкинлек бирә", — ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

"Беҙ берҙәм һанлы платформала бөтә Башҡортостандың нисек йәшәүен, мәғлүмәт-иҡтисади аналитиканы, социаль коммуникацияларҙы күҙәтеүҙе онлайн режимда күреү өсөн Республикаға идара итеү үҙәген булдырҙыҡ. Шуны билдәләргә кәрәк – беҙҙәге кеүек үҙәк Рәсәйҙә юҡ. Ул көн һайын бик күп мәғлүмәтте эшкәртә, һәр мөрәжәғәт артында кеше яҙмышы тора, шуға барыһын да ентекле өйрәнергә, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ", - ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото Республикаға идара итеү үҙәге архивынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова