Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 22:00

Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр!

“Мин хеҙмәт итергә үҙ теләгем менән барам, армияның ни икәнен белгем килә". Хәрби хеҙмәткә юлланған егеттәр ниндәй уй-фекерҙәрен еткерҙе?

Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр!

Көҙгө саҡырылышҡа ярашлы, бөгөн Башҡортостандан 150-гә яҡын егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Улар хәрби хеҙмәтте ҡоро ер ғәскәрҙәрендә үтәсәк.

"Һеҙ Көнсығыш хәрби округы частарына юлланаһығыҙ. Ышаныслы иптәштәр табыуығыҙҙы теләйем. Яҡындарығыҙға мотлаҡ яҙып, шылтыратып тороғоҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр! Уңыштар!" – тип әрмегә саҡырылғандарға уңыштар теләне республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич.

Егеттәрҙең барыһы ла коронавирус инфекцияһы булыу-булмауға тестар тапшырҙы. Уларға медицина битлектәре, бахилдар, антибактерицид саралар биргәндәр, шулай уҡ әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәндәр.

"Бер йыл хеҙмәт итеү осоронда яңы дуҫтар табырмын, илде күрермен тип уйлайым. Алыҫ Көнсығышҡа ҡасан бара алыр инем әле?" – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Кушнаренко районынан Тимур Бакиров.

“Мин үҙ теләгем менән хеҙмәт итергә барам, армияның ни икәнен белгем килә. Ғәмәли информатика белгеслеге буйынса колледж тамамланым”, – ти Нефтекаманан Денис Хәйҙәров.

Хәрби хеҙмәткә алынғандар ултырыр алдынан тотош транспорт тулыһынса эшкәртелә. Айырым вагондарҙа йәки хәрби эшелонда алып барыу ҡаралған, уларҙа башҡа кешеләр менән бәйләнешкә инеү мөмкин түгел. Был саралар бөтә төр транспортҡа ла ҡағыла.

Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, Ҡораллы Көстәргә ебәргәндә һалдаттарҙың туғандары, яҡындары ҡатнашмай. Бында шәхси бәйләнеш булдырмау, хеҙмәткә саҡырылғандарҙы сирләтмәү маҡсаты күҙ уңында тотола. Егеттәр менән вакцинация үткән йәки быға тиклем ковид менән сирләгән, антиесемдәре булған хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре генә эшләй.

Респиратор сир билдәләре табылһа, егеттәрҙе шунда уҡ изоляциялаясаҡтар, коронавирусҡа тест үткәреп, барлыҡ кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтәсәктәр.

Бөгөнгә ҡарата мәғлүмәт буйынса, көҙгө саҡырылыш башланғандан алып хәрби хеҙмәткә Башҡортостандан ике меңдән ашыу егет ебәрелгән. Дөйөм алғанда, был осорҙа республиканан дүрт меңдән күберәк кеше оҙатыласаҡ. Саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә.

Фото: Хәрби комиссариат сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева