Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 11:30

Журналистар ҙа уҡый

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев социаль селтәрҙә уҡыу хаҡында ентекле мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Журналистар ҙа уҡый

Медиамәктәп асыу бурысын быйыл апрель айында үткән Медиайыйында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡуйғайны. Республика матбуғат хеҙмәткәрҙәренең яңы компетенцияларын үҫтереү, һанлы технологиялар индереү уның төп йүнәлеше булып торорға тейеш.

Июнь айында  агентлыҡ менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошо көндәрҙә 80 журналист медиамәктәптә уҡый башланы ла инде. Проект етәксеһе – республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова.

Журналистикала һанлы техологияларҙы ҡулланыу буйынса белем арттырыусылар араһында – баш мөхәррирҙәр, республика, район һәм ҡала баҫмалары хәбәрселәре. Программа 54 уҡыу сәғәтенән тора. Ул заманса тенденцияларҙы күҙ уңында тотоп төҙөлгән, бар темалар ҙа аудиторияға ҡыҙыҡлы булмаҡсы.

Спикерҙар булып Рәсәйҙә билдәле ҡәләм эйәләре сығыш яһай, мәҫәлән, “Журналист һәм медиабаҙар”  федераль журналының баш мөхәррире Владимир Касютин, “АиФ” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Индира Котзасова, Екатеринбургтан контент-бюро етәксеһе Михаил Пономаренко, “Тик-ток без танцев” китабы авторы Ренат  Йәнбәков.

Бынан тыш, республикала матбуғат донъяһында билдәле кешеләрҙән дә күп файҙалы мәғлүмәттәр алырға мөмкин буласаҡ. “Беҙҙең бурыс – тәжрибәле, талантлы журналистарҙың фекерләүен яңы форматҡа ҡороуға булышлыҡ итеү, уларҙы һанлы журналистика алымдарына өйрәтеү. Икенсе төркөм  өсөн уҡыуҙы 2022 йылда үткәрергә ниәтләйбеҙ. Бында инде электрон матбуғат саралары журналистары ҡатнашасаҡ”, – тип асыҡланы М.Ульчев.

Медиамәктәптә алған белемдәрҙе интернет киңлектәрендә ҡулланып, аудитория өсөн тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ контент эшләргә мөмкинлек бирер, тип көтөлә.

Фотолар: М. Ульчевтың сәхифәһенән.

Журналистар ҙа уҡый
Автор:Равиля Гатауллина