Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 19:30

Ағыуланып үлгәндәр һаны кәмегән

Шулай ҙа тынысланырға иртәрәктер.

Ағыуланып үлгәндәр һаны кәмегән

Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала суррогат алкоголдән ағыуланып үлгәндәр һаны кәмегән. Бер нисә йыл элек сифатһыҙ алкоголдән 211 кеше вафат булһа, былтыр ошо сәбәпле 73 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.

“Токсикологик мониторингтың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар - август айҙарында үлем күрһәтесе 100 мең кешегә 2,6 тәшкил иткән, былтыр был күрһәткес 2,7 булған”, - тип белдерәләр ведомствонан.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, алкоголь продукцияһы әйләнеше менән бәйле административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау осраҡтары ла артҡан: былтыр 275 булһа, быйыл 349 осраҡ. Штрафтарҙың дөйөм суммаһы ла 6,5 миллиондан 8,5 миллион һумға тиклем артҡан.

“Был өлкәлә ыңғай динамика алкоголь продукцияһы әйләнешендә мотлаҡ талаптарҙы күҙәтеүҙе контролгә алыу эшен йәнләндереү һәм баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың һөҙөмтәле аралашыуы арҡаһында мөмкин булды”, - тип белдерә сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев "Башинформ" агентлығына.

Фото: Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайты.

Автор:Римма Султанова