Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 10:00

Һалдат ҡайтты!

Әле хәрби хеҙмәткә алыуҙың көҙгө саҡырылышы бара. Ә былтыр хеҙмәткә алынып, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә хеҙмәт иткән һалдаттар тыуған яҡтарына ҡайта.

Һалдат ҡайтты!

Бына кисә лә бер нисә Башҡортостан егете алыҫ Иркутск өлкәһендә хеҙмәтен тамамлап, яҡындары эргәһенә ҡайтты. Хәйбулла районының Комсомол ауылы егете Ирназар Нурғәлин Иркутскиҙа стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Әрмегә киткәнгә тиклем Сибай медицина колледжын тамамлаған. Артабан белемен камиллаштырыу, яңы һөнәр алыу теләге менән ҡайтып килә.

Сибай ҡалаһынан Роман Белозеров та матур ниәттәр менән ҡайтып төшкән.

– Хәрби бурысты яҡшы ғына итеп үтәп ҡайтып киләбеҙ. Нимә әйтер инем: үҙе өҫтөндә эшләргә теләгәндәргә, мәҫәлән, физик әҙерлеген яҡшыртырға, командирҙарҙан нимәгәлер өйрәнергә ынтылған егеттәргә әрме сафында хеҙмәт итеү оҡшай, ниндәй маҡсатҡа ынтылһалар, шуға ирешергә була. Әрмегә барғаныма ҡәнәғәтмен, – ти ул. – Өйҙә мине атай-әсәйем, ҡартатайым, өләсәйем түҙемһеҙләнеп көтә.

Алыҫ Иркутскиҙан ҡайтып килгәндәр араһында Салауат ҡалаһынан Альберт Мөхитов, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан Айбулат Билалов, Межгорье ҡалаһынан егет тә бар. Хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланып, тыуған яҡтарға ҡайтып төшөү шатлығын ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан. Тормоштарының яуаплы бер осоро тамамланып, яңыһына аяҡ баҫа улар. Юлдары уң булһын!

Автор фотолары. 

Һалдат ҡайтты!
Автор:Равиля Гатауллина