

Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы бүлегендәге дежур часҡа 82 йәшлек ҡатын шылтырата. Ул йәшәгән еренең адресын һәм исем-шәрифен генә әйтеп өлгөрә, бәйләнеш өҙөлә.
“Тәртип һаҡсылары әйтелгән адрес буйынса юлланды. Был ваҡытта фатирҙың ишек төбөндә "Ашығыс ярҙам" табиптары торған була. Улар ҙа ҡатындың шылтыратыуы буйынса килгән. Фатирҙа тып-тын. Полиция ишекте емереп асыу өсөн урындағы янғын һағы хеҙмәткәрҙәрен саҡырта”, – тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ишекте емереп асып, фатирға инеү менән тәртип һаҡсылары ҡулына бысаҡ тотҡан ирҙе күрә. Полиция уны ҡоралһыҙландырғандан һуң, фатирҙы ҡарап сыға һәм балконда ҡатын-ҡыҙ мәйетен таба. Ул ирҙең әсәһе булып сыға.
Әле енәйәтсе Салауат ҡалаһындағы тәфтиш бүлегенә килтерелгән. Тикшереү бара, енәйәттең сәбәбе асыҡлана, эш асылған.
Фото: bash.news