Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 20:00

Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашты

"Һәләк булғандарҙың туғандарына - сабырлыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы..."

Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кемерово өлкәһенең “Листвяжная” шахтаһында һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

25 ноябрҙә, “Ростехнадзор”ҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, елләтеү штректарының береһендә шартлау була.

Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:

“Барлыҡ Башҡортостан халҡы исеменән “Листвяжная” шахтаһында кешеләр һәләк булыу сәбәпле ауыр ҡайғығыҙҙы ихлас уртаҡлашам. Был фажиғә йөрәктәребеҙҙе тетрәтте. Ошо көндәрҙә бөтә Кузбасс халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ.

Һәләк булғандарҙың туғандарына - сабырлыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы. Зыян күргәндәрҙең барыһына ла тиҙ арала һауығыу теләйем”.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147639.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147639.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова