

Ришат Мансуров билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел 2-се Алкин ауылында эш сәфәре менән булғанда бында “Патриот” хәрби-патриотик паркы проекты тураһында һүҙ алып барған, бынан тыш, районда ике яңы мәктәп төҙөү тураһында л хәбәр иткән.
– Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса “Алкин” шифаханаһы ауылы мәктәбе һәм Шишмә ҡасабаһының “Набережный” биҫтәһендә мәктәп (240 урынлыҡ) менән бергә балалар баҡсаһы (120 урынлыҡ) төҙөләсәк, – тине Ришат Мансуров. – Ошо ике мәктәп төҙөлөшө – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Шул иғтибарға лайыҡ, Шишмә районында яңы мәктәп бынан 30 йыл элек төҙөлгән. Ниһайәт, был йәһәттән боҙ урынынан ҡуҙғалды.
Фото: Ришат Мансуров.