Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2021, 02:55
Әтәсте тауыҡтан нисек айырырға?
Булған хәл.
Әтәсте тауыҡтан нисек айырырға?
Һуңғы арала Красноусолда магазин артынан магазин асыла, барып күреп өлгөрөрлөк тә түгел. Яңы магазин асылғас, билдәле, тауар хаҡы башта арзаныраҡ була, шуға халыҡ та эркелешеп йөрөй.
Бына шулай, яңы асылған “Табыш” (Находка) магазинына арзаныраҡ табыш эҙләп беҙ ҙә киттек ҡатын менән. Ысынлап та, хаҡтары әллә ни “тешләшмәй”, башҡа магазиндарҙыҡы менән сағыштырғанда, байтаҡҡа арзаныраҡ икән, байтаҡ әйбер алып ташланыҡ. Ҡатын хатта бер түгел, өс тауыҡ алды.
Кассаға сиратҡа баҫҡанбыҙ ҙа көтәбеҙ. Теге тауыҡтарҙың икәүһен кассир ҡыҙ тиҙ генә штрихкод аша уҙғарҙы, ә бына өсөнсөһөнөң, әллә юйылған, әллә тәләфләнгән, штрихкоды касса аша үтмәй ҙә ҡуя. Беҙҙең арттан халыҡ йыйылып китте. Кассир ҡыҙ миңә әйтә: "Һыуытҡыс камерала тағы тауыҡтар бар инеме?" Мин әйтәм: "Эйе". "Улай булғас, икенсеһен алмаштырып килтерегеҙ әле", - ти.
Барҙым да теге тауыҡты урынына һалып, штрихкоды сыйылмаған, юйылмағанырағын ҡарап, һайлап торам. Бер таныш ир менән ҡатын да тауыҡ ҡарайҙар. Минең бер тауыҡты кире килтереп һалып, икенсеһен алғанды күреп, һораулы ҡараш ташланылар.
- Тауыҡ тип алған инем, әтәс булған икән, - тим, быларға штрихкод хаҡында бер ни өндәшмәйенсә.
- Һы, уны нисек айыраһың?- ти теге ир.
- Бәй, шуны ла белмәйһеңме ни? Тауыҡ йомшағыраҡ, әтәс ҡатыраҡ була, - тип, үҙем аныҡ күрһәтелгән штрихкодлы тауыҡты һәрмәйем.
Шул саҡ эргәһендә торған ҡатыны:
- Әйтәм теге саҡ ите оҙаҡ беште, әтәс булған икән, ҡәһәрең, - тимәһенме.
- Бына шулай, ҡорҙаш, әтәс менән тауыҡты айыра белергә кәрәк, - тинем дә кассаға йүгерҙем.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Фото: ru.123rf.com
Автор:
Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"