Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 11:00

Яҡташыбыҙ Алишер Моргенштерн илдән ҡасҡанмы?..

Яңыраҡ ҡына Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастрыкин уны наркотиктар һатыуҙа ғәйепләгәйне.  

Яҡташыбыҙ Алишер Моргенштерн илдән ҡасҡанмы?..

Яңыраҡ интернетта видеояҙма таралды: унда Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастрыкин билдәле рэпер, яҡташыбыҙ Алишер Моргенштернды наркотиктар һатыуҙа ғәйепләне.

Ә кисә яңы мәғлүмәт билдәле булды, илдең киң матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Алишер ҡатыны һәм һаҡсылары менән шым ғына Рәсәйҙән сығып киткән. Яҙылыуынса, Моргенштерн Смоленскиҙан Минск ҡалаһына “Ласточка” поезына билет алған. Быны ул поезд китергә бер сәғәт ҡалғас эшләгән.

“Минең был турала бер мәғлүмәтем дә юҡ. Уның ҡайҙа икәнлеген дә белмәйем”, – тигән уның адвокаты Сергей Жорин РЕН ТВ-ға.

Daily Storm мәғлүмәттәре буйынса, Моргенштерндың концерт директоры рэпер Белоруссияға шәхси сарала ҡатнашыр өсөн киткән. Икенсе бер баҫма иһә йырсының ҡатыны һәм һаҡсылары менән бергә “Ласточка”ның бизнес-класында саҡта төшөрөлгән видеоһын да табып ҡуйған.

Шулай уҡ ҡайһы бер баҫмалар Моргенштерндың Мәскәүҙәге шәхси рестораны ваҡытлыса эшләмәй тип хәбәр итә. Бының сәбәбе – ресторанға ҡапыл тикшереү менән килгәндәр.

“Инстаграм”да әүҙем булған Моргенштерн әле унда шым ҡала килә, был хәл буйынса бер ниндәй мәғлүмәт тә бирмәй.

Фото: cosmo.ru

Автор:Альфия Мингалиева