Йәмғиәт
26 Ноябрь 2021, 08:25

Аҡыл менән хис ҡушылһа…

travel.drom.rutravel.drom.ru
Фото:travel.drom.ru

Ҡояшыбыҙ – һис ял белмәҫ юлсы ул. Әллә ҡайҙарҙа ут сәсеп, нур һибеп йөрөй-йөрөй ҙә, Азия ҡитғаһын үтеп, Европа сигенә етәрәк, емелдәшеп ятҡан тауҙар теҙмәһенә төртөлөп туҡтай икән. Баҡтиһәң, Уралтау ҡуйынына йәшеренгән аҫылташтарҙан күҙе ҡамаша Ҡояштың.

 “Китсе әле, булмаҫты!” – тимәгеҙ. Иртүк көнсығыш яҡҡа оҙаҡ ҡарап торғанда, бейек тауҙар өҫтөнән күтәрелер алдынан Ҡояш үҙенең мәңгелек хәрәкәтен аҙға ғына булһа ла аҡрынайтҡандай. Әйтерһең, уның алтын энәләре бер осо менән Ирәндек һыртына, икенселәре менән Ирәмәл түбәһенә ҡаҙала. Ошо мәлдә Ҡояштан ергә осҡондар ямғыр кеүек һибелә. Бәлки, Уралда, Башҡортостаныбыҙҙа алтын-көмөш, гәүһәр-яҡут шуның өсөн айырыуса күптер?

Башҡортостандың халыҡ шағи­ры Мостай ағай Кәрим Уралтауҙы ике ҡитғаны бергә беректергән алтын йөй тип атағайны. Образлы, тәрән мәғәнәле һәм матур сағыштырыу, әлбиттә. Иленең образын йөрәк түрендә йөрөткән һәр кемгә ҡояш уның иленә айырыуса йылмайып баҡҡан һымаҡ күренәлер. Миңә лә, мәҫәлән, ул ауылымды уратып алған тауҙар аръяғынан ғына килеп сыға кеүек тойола торғайны. Был тәбиғиҙер, сөнки, ниндәй генә тарафта булма һәм ҡайһы ғына юлдарҙан үтмә, һинең илеңдең генә тупрағы уңдырышлыраҡ, шишмәләр сафыраҡ, кешеләре ихласыраҡ. Ватаны булған кеше йорт-ерһеҙ йәки мөлкәтһеҙ булмай. Мин ҡала-ауылдарҙа үҫеп сыҡҡан зиннәтле һарайҙарҙы һәм донъя тултырып йөрөгән сит ил машиналарын күҙ уңында тотмайым. Ата-бабаларым илендә ҡурҡмай-өркмәй йәшәй һәм эшләй алыу, балаларыңдың, ейәндәреңдең иҫән-һау булыуын күреү ҡыуанысы донъя байлыҡтарына алмаштырғыһыҙ.

Башҡортостаныбыҙға ла, бәлки, шундай яҙмыш өлөшөнә төш­кәндер. Уның тарихы сәхифәләре яҙып бөтөлмәҫтәй һәм уҡып осона сыҡмаҫтай ғибрәтле һәм мажаралы хикәйәт кеүек. Был хикәйәттең ҡара биттәре лә, ағы ла күп булғандыр инде, ләкин тарихтан шул хәҡиҡәт мәғлүм: Башҡортостан элек-электән тиҫтәләрсә милләт халыҡтары өсөн төйәкләнер ил булған. Башҡорт менән рус һис ҡасан да бер-береһенә асыулы йөҙ менән баҡмаған, халыҡтар телендә иң ҡәҙерле һүҙ “Ватан”, “Отчизна” атамаларын йөрөткән. Башҡортостанда йәшәгән йөҙгә яҡын милләт ниндәй генә сәйәси ваҡиғалар эсендә лә дошманлыҡ хисен күңеленә яҡын ебәрмәне. Ошо өйрәнелгән хәл – хәҙерге милләт-ара, диндәр, раса-ара низағтар осоронда баһалап бөткөһөҙ хазина. Уның ҡиммәтен әле аңлап та еткермәйбеҙ шикелле.

Миңә йәшерәк саҡта Мәскәүҙә бик мәртәбәле бер юғары уҡыу йортонда белем алырға насип булғайны. Бер яҡтан, төпкөл ауылда тыуып үҫкән етем башҡорт малайына илдең баш ҡалаһында уҡырға форсат биргән власҡа бөгөн ни ҡулым барып таш атайым? Рәхмәтем генә бар. Икенсенән, беҙҙең ун ике егет һәм ҡыҙ уҡыған төркөмдә рустар, мин фәҡирегеҙ башҡорт, белорустар, үзбәк, украин, мордва, осетин белем алды. Иҫ киткес сибәр, тыйнаҡ холоҡло, ысын интеллектуал осетин егете Валерий Федорович Шанаев 90-сы йылдарҙа мөстәҡил Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһының тәүге Президенты Асхарбек Галазов аппаратында эшләне. Кавказда сыуалыштар башланғас, курсташ дуҫымдың яҙмышы өсөн борсолоуымды кемгә әйтергә лә белмәй яфаландым. Тик Советтар Союзының баш ҡалаһына ярты донъянан йыйылып килеп уҡып ҡайтҡан иптәштәрҙе әленән-әле хәтерләү, бер ғаилә булып йәшәүебеҙ генә күңелде йылыта. Ил сиктәре менән сәйәси кәртәләр генә йөрәктәрҙе алыҫлата алмай.

Башҡортостандың лайыҡлы тормош һәм бәхетле кешеләр бишеге булыуы өсөн тиҫтә ярым йыл эсендә һанап бөткөһөҙ эштәр башҡарылды. Торлаҡ йорттар, мәктәптәр, дауаханалар, шифаханалар, юлдар, күперҙәр – мөғжизә булып, ошо хәтлем эштәрҙе бер итеп курһәтеү әмәлен тапҡанда! “Вәт, малайҙар, ә!” – тип ҡәнәғәт төҫ менән олатайым һаҡалын һыпырып ҡуйыр ине. Маҡтауға һаран кеше ауыҙында ла һүҙҙәр оло баһа һанала торғайны.

Тарих та һаран һүҙле ҡарт һы­маҡ, уның да баһаһын оҙаҡ көтөргә тура килә. XX быуат аҙағында Баш­ҡортостан үҙ тарихындағы иң уңышлы йылдарын кисергәндер. Арта­бан да ошо йылдар тради­ция­һын сайпылтмай-туҙҙырмай дауам итәйек. Дәүләтселегебеҙ карабына ел-дауылдар йә һыу аҫтын­дағы таштар түгел, бәлки йылы ағымдар, йондоҙло күк юлдаш булһын. Дәүләттең мәртәбәһе уның халҡының рухына таянып күтәрелә.

Ауылда ла, ҡалала ла йәшлек күркәмлеген һаҡлап олоғайған ҡарттар осрай. Йөрәгендә дәрт, күҙҙәрендә нур уйнатҡан кеше йылдар шауҡымына ғына бирешмәй ул.

Ғөмүмән, быуындарыбыҙ бушап һәм рухыбыҙ һүрәнләнеп киткән хәҙерге заманда беҙ өлкән быуын кешеләренең нисек йәшәүенә һәм үҙҙәрен нисегерәк тотошона йы­шыраҡ күҙ ташлайбыҙ. Был, бәлки, таяныс йәки өлгө алырҙай миҫал эҙләргә ынтылыуҙан киләлер. Ололарҙың, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы утын кискәндәрҙең, кешелекле йөрәгенә һәм саҡматаштай характерына һоҡланмау мөмкин түгел. Бик өлкәнәйһәләр ҙә, яугирҙәребеҙ тән яфаларына һәм тормош ауырлыҡтарына зарланып бармай. Үҙҙәренә ҡанун тарафынан билдәләнгән ташламаларҙан да файҙаланырға тартынған ветерандарҙы миңә, мәҫәлән, йыш осратырға тура килде.

Ғүмер юлын үтеү күршегә ҡунаҡҡа барыу түгел. Әсә йөрәге аҫтынан сығып, һуңғы йортона ингәнсе әҙәм балаһына донъяла иркә бала ғына булып йәшәү насип булмай. Яҙмыш кешене муллыҡ менән дә, юҡсыллыҡ менән дә, власть һәм онотолоу менән дә һынап ҡарай. Ошо юлда һынғандар күп, тормош юлын аҡлыҡ һәм хаҡ­лыҡ менән генә үткәндәр күберәк. Бөгөлдөк, һындыҡ, юғалдыҡ, тип өмөтһөҙлөккә бирелгән мәлдәрҙә, Хоҙай ҡөҙрәтенә ышанғандай, тағы ла әйләнеп рухлы, ныҡлы, ихтыярлы ололарыбыҙға бағабыҙ. Ҡорос ут менән һыу эсендә сыныҡҡан шикелле, кешенең кешелек булмышы ла йәшәлгән йылдар аша нығыналыр инде.

Оло кешеләргә ҡарата хөрмәт беҙгә генетик юл менән бирелһә лә, йәмғиәт тормошоноң изге бер әхлаҡи ҡағиҙәһенә әүерелһә лә, ысынбарлыҡ гел генә беҙ уйла­ғанса бармай. Әллә тормош мәшә­ҡәттәре шауҡымына бирелеп, өлкәндәрҙең хәстәр-хәсрәттәренә илтифатыбыҙ кәмеп китә, уларҙың ни уйлауҙарын, беҙҙән ниҙәр көтөүҙәрен һәм ниндәйерәк хыял­дарға бирелеп йәшәүҙәрен онотоп ебәрәбеҙ. Бер мәл миңә оло ғына бер апай: “Эй, энекәш, ҡартайһаң, өйгә үҙең түгел, калушың да һый­май шул”, – тип әрнеп һүҙ ҡат­ҡайны. Беҙ, оло йәштәгеләр, йыш ҡына тирә-яҡтағыларға ҡамасау бу­лып йөрөйбөҙ, артыҡ һүҙ һөй­ләйбеҙ, ғөмүмән, йәмғиәт арбаһын­да бер йөк булып ятабыҙ, тип хис итәбеҙ. Был, бәлки, аңыбыҙҙа кәмселек психологияһының тамырланыуынан киләлер. Яҡындары­быҙҙың беҙҙе яратып әйткән һүҙҙәре, бәлки, ысындан да ихлас күңел менән әйтеләлер.

Ғүмер баҡый эш тип йөрөп, әүҙем хеҙмәт юлынан бер мәл тын­лыҡ ҡосағына сумыу һәр йәһәттән ҡарағанда ла еңел сик түгел. Йәмғиәткә, эшләгән коллективыңа һәм тирә-яҡтағыларға үҙеңдең кәрәклегеңә ышанып йөрөп тә, ҡапыл икенсе шарттарҙа йәшәй башлау күптәрҙең психик һәм әхлаҡи тотороҡлолоғона йоғонто яһай. Үҙ тормошонда әүҙем эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән һәм, яуаплы вазифалар биләп, билдәле бер социаль статусҡа яраҡлашып өлгөргән кешеләр өсөн, мәҫәлән, ялға сығыу – айырыуса еңел булмаған имтихан. Төрлө кешеләр уны үҙенсә тота һәм йәмғиәттең бурысы – өлкән йәштәгеләргә яңыраҡ шарттарҙа йәшәүгә ярҙам итеү.

Халыҡта “Ирмен тигән ир үҙ ғүмерендә, исмаһам, бер ул үҫте­рергә, йорт төҙөргә һәм ағас ул­тыртырға тейеш” тигән әйтем бар. Үҙен лайыҡлы һанаған ир-егет өсөн әллә ни ауыр бурыс түгел был. Әммә ошо әйтемдәге беренсе мәсьәлә иғтибарҙы тарта. Баш­ҡортта ла, руста ла улан кеше, малай – ғаилә терәге, атай менән әсәнең ҡарт көнөндә һыйыныр кешеһе булараҡ ҡабул ителгән. Бөгөн ата-әсәһен ҡыуандырған малай бер мәл ир ҡорона тулып, үҙ сиратында, тыуыр балаһына шундай уҡ өмөт менән күҙ терәр. Әгәр халыҡтың быуындан-быуынға күсә килгән яҙылмаған ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә һәм балаңа шул тра­дицияларҙың изге рухын һең­дерә алғанда, ҡарт көнөң өсөн хафаланмаҫҡа ла мөмкин. Халыҡ­тың юғарыла килтерелгән һүҙенең төпкөл мәғәнәһен мин, мәҫәлән, шул юҫыҡта аңлайым.

Өлкән кешенең күңеле йылдар үтә килә нескәрә бара, ул үҙенең тәбиғәте менән сабыйға оҡшай баш­лай. Уның кәйефен күтәреү өсөн йылы бер һүҙ етә, көйә­лән­дереү өсөн дә күп кәрәкмәй. Боронғо Һиндостанда: “Тән – сәфәр йөрөүҙән, тау – һыуҙан, ҡатын-ҡыҙ – теләктәренең үтәлмәүенән, йөрәк яман һүҙҙән ҡартая”, – тип раҫлар булғандар. Беҙ ҙә өлкәндәрҙе ел-дауылдан ҡурсалай, ысын мәғәнәһендәге хәстәрлек менән солғай алһаҡ икән.

Күп һанлы контораларҙа оло кешеләрҙең йомошона айырым иғтибар биреү, мәсьәләләрҙе сиратһыҙ, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай хәл итергә тырышыу фарыз. Илебеҙҙә ололар күп. Халҡыбыҙ ҡартая. Goldman Sachs компанияһы эксперттары Доминик Уилсон менән Рупа Пурусхотамандарҙың раҫлауынса, әлеге быуаттың тәүге яртыһында хеҙмәткә яраҡлы бер кешегә Рәсәйҙә ике оло кешене аҫрарға тура киләсәк. Ғәмәлдә иһә Рәсәйҙә пенсия йәшендәге бик күп халыҡ эшкә йөрөргә мәжбүр. Ул матди мохтажлыҡтан килә, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта ялға сығып та үҙен әле әүҙем эшкә һәләтле тойған кешеләр байтаҡ. Йәмғиәткә был потенциалды ла инҡар итергә ярамай. Мөхәммәт Сәмрәҡәнди исемле шағир: “Йәш кеше көҙгөлә генә күргәнде ҡарт кеше кирбестә лә күрә ала”, – тип әйтеп ҡалдырған. Тәжрибә, оҙаҡ йылдар тупланған аҡыл һәм профессиональ оҫталыҡ юлда юғалып ята торған сүп-сар түгел. Уларҙың да үҙ баһаһы бар.

Беҙҙең ауыл һыйынып ултырған тау битләүендә бик оло бер ҡарағас үҫә. Нисә көн, нисә ай, нисә быуат ҡаршылағандыр был баһадир, күк менән Хоҙай ғына белә. Ҡара­ғастың тамырҙары тәрәнгә күпмегә киткәндер, иллә тирә-яҡҡа улар әллә нисә метрға тарбаҡланған. Олатайым күптән теге донъяла, атайым да юҡ. Мин дә ғүмеремдең һуңғы аҙымдарын атлайым. Ә теге ағас шул килеш, ҡымшанмай ҙа.

 

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Читайте нас