

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Унда ул республиканың Юғары суды рәйесе менән бәхилләште.
“Бөгөн беҙ Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова менән хушлаштыҡ. Уның туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Земфира Үзбәк ҡыҙы коронавирустан вафат булды. Беҙҙе өсөн был бик ҙур юғалтыу.
Ғүмеренең 40 йылын Земфира Үзбәк ҡыҙы законға хеҙмәт итеүгә бағышланы. 30 йылдан ашыуын суд системаһына бирҙе. 2019 йылдан республиканың иң юғары суд органы етәксеһе булды. Уны эшлекле һәм әхлаҡи сифаттары, профессионализм һәм тырышлыҡ башҡаларҙан айырып торҙо. Үҙе алып барған эштәрҙең ваҡ ҡына мәсьәләләрен дә тикшерә белә ине ул. Ҡабалан ҡарарҙар ҡабул итмәне, ә ентекләп бөтә нюанстарын эҙләне. Шуға күрә уның бөтә ҡарарҙары ла ғәҙел һәм кешелекле булды. Хеҙмәттәштәре уны һанланы. Был турала күп һанлы ведомство һәм дәүләт наградалары, шул иҫәптән Рәсәй кимәлендәге һөнәри юғары наградалары һөйләй. Земфира Латиповаға лайыҡлы рәүештә Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы тигән исем бирелде.
Юғары квалификациялы юрист, яҡшы, ярҙамсыл кеше һәм тәжрибәле етәксе тураһындағы изге хәтер беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.