

Балалы ғаилә – ил күрке. Бал ҡорто күсендәй гөрләп торған ғаиләләргә барып инһәң, күңел күтәрелеп китә. Балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен, аралашыуын ҡарап: “Бына ҡайҙан башлана дәүләт!” – тип һоҡланаһың. Архангел районының Тирәкле ауылында йәшәгән Физәлиә менән Наил Ғәниевтәрҙең йортонда ла нәҡ ошондай ҡыуаныслы хистәр кисерергә яҙҙы.
Физәлиә Сәйфетдин ҡыҙы менән Наил Әбделхәй улының өйләнешеүенә быйыл 25 йыл тулған. Уларҙың татыу ғаиләһендә береһенән-береһе уңған, һәләтле биш бала тәрбиәләнә. Өлгөлө ғаилә ауылда ғына түгел, ә районда ла билдәле. Әлбиттә, Ғәниевтәр бындай танылыуға бер ҡасан да ынтылмай, әммә балаларға булған һөйөү, тәрбиәүи ғәмәлдәре аша улар хаҡында районда ла белеп торалар.
Физәлиә Сәйфетдин ҡыҙы сығышы менән ошо райондың Уҫаҡлы ауылынан, ете балалы ғаиләлә кинйәбикә булып үҫә.
– Әсәй эштә саҡта мине күрше әбейҙәргә ҡалдыра ине. Пелагея әбей Вятка яғынан күсеп килгәйне. Ул дин тотто, шулай уҡ үҙҙәренең төрлө йолаларын үтәп барҙы. Уның ике улы ла белемле, яҡшы урындарҙа эшләне. Зинаида тигән тәрбиәсем инглиз теле уҡытыусыһы булды, аҙаҡ Өфөгә күсеп китте. Шул инәйҙәрҙең тәрбиәһен күреп, мин дә, балаларҙы мотлаҡ уҡытырға, белемле итергә кәрәк, тигән тормош һабаҡтары алып үҫтем, – тип бала сағын иҫкә алды хужабикә.
Физәлиә Сәйфетдин ҡыҙы ауылда – IX класты, Архангелдә урта мәктәпте тамамлаған, Өфө юридик колледжында уҡыған. 18 йәше тулғас та, өс йыл дуҫлашып йөрөгән Тирәкле ауылы егете, уны һоратып, яусы ебәрә. Шулай итеп, бер-ике аҙнала Физәлиәнең яҙмышы хәл ителә.
Йәш ғаилә Наил Әбделхәй улы һалған бәләкәй йортта төпләнә, бер аҙҙан уны ҙурайтып та ебәрәләр. Икеһе лә тырыш, ихлас булғас, ауырлыҡтарға бирешмәйҙәр. Наил Ғәниев һөнәре буйынса инженер-механик, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Башта ул урындағы совхозда эшләй. Наилдең атаһы, Әбделхәй Халиҡ улы, совхоз тарҡалғас, тәүгеләрҙән булып крәҫтиән (фермер) хужалығын аса. Ғәниевтәр күпләп мал тота. “Бер мәл үҙебеҙҙең һыйыр, башмаҡ һәм быҙау кеүек эре малыбыҙ 25 башҡа ла етте”, – ти Наил Әбделхәй улы. Шулай итеп, үҙгәрештәр осоронда ла улар мал-тыуар үрсетеп, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнеп, мул тормошта йәшәй. Бар яҡтан да һәләтле ғаилә башлығы әлеге мәлдә Архангел музыка мәктәбендә уҡыта.
Ғәниевтәр ғаиләһе йыр-моңға һәләтле, малайҙар, аталары кеүек, ҡурай, баян, тальян гармуны кеүек музыка ҡоралдарында уйнай.
Ата-әсәһенә оҡшап, балалары ла тырыш. Хәҙер инде Ғәниевтәрҙең өлкән улдары Заһирға – 24, Таһирға 22 йәш. Улар икеһе лә мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетына бюджет нигеҙендә уҡырға ингән һәм уны ла ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Заһир быйыл өйләнгән, әле Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер булып эшләй, шулай уҡ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында магистратурала белем ала. Таһир ҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында магистратурала уҡый, шулай уҡ Өфө сәнғәт училищеһы студенты.
Данир менән Надир Тирәкле ауылында дүртенсе һәм өсөнсө класта белем ала. Улар ҙа, ағайҙарына оҡшап, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә.
– Бәләкәй ҡыҙға ун ай. Уға исемде оҙаҡ уйланыҡ һәм Лира тип ҡуштыҡ, – ти Наил Әбделхәй улы.
Һуңғы йылдарҙа Физәлиә Ғәниева ауыл клубының художество етәксеһе вазифаһында эшләгән, әле ул бала ҡарау ялында. Тынғыһыҙ ҡатын өйөндә лә өлгөрә, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
– Беҙ өйләнешмәҫ элек Наил: “Биш балабыҙ буласаҡ”, – тип әйтеүен шаяртыу итеп ҡабул иттем. Уның хыялы тормошҡа ашты. Ирем тырыш, ышаныслы, бар яҡлап та камил, балаларға ла үрнәк булып тора. Бөтә эште бергәләп эшләйбеҙ, балалар ҙа ярҙам итә. Ауылда йәшәү оҡшай, хәҙер ҡалаға барһам, арып ҡайтам. Үҙ йортоңда йәшәүгә етмәй инде ул. Кешене хеҙмәт тәрбиәләй, тигән һүҙҙәр менән килешәм.
Әлбиттә, әсәй булыу минең өсөн беренсе урында. Һәр баланы көтөп алдыҡ, уларҙы иркәләп, наҙлап үҫтерәбеҙ. Балалар өсөн йәшәйбеҙ, улар өсөн тырышабыҙ. Ата-әсә эсмәгән ғаиләлә бала бәхетле була, тип иҫәпләйем, – тип уртаҡлашты хужабикә.
Рәмилә МУСИНА.