Йәмғиәт
26 Ноябрь 2021, 08:42

Биш улға ғүмер биргән

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ауыл ерендә төпләнеп, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, эш юҡ тип зарланмай бынамын тигән донъя көткән йәш ғаиләләргә һоҡланырға ғына ҡала. Шундай матур, ишле ғаиләләрҙең береһе Степной ауылында йәшәй. Биш улға ғүмер биргән Миңзифа менән Миңнехан Таһировтар 2000 йылда өйләнешә. Хәҙер ғаилә башлығы ағас та ултыртҡан, йорт та һалған һәм йәмәғәте менән бынамын тигән биш ул үҫтерә.

Тик беҙ барғанда вахта ысулы буйынса ситтә эшләү сәбәпле, өйҙә булмай сыҡты. Уның ҡарауы, әсә­ләре менән улдары бергә ине. Иң өлкәндәре Нур, Гай медицина училищеһын тамамлап, ошо уҡ ҡала дауаханаһында хирург ярҙам­сыһы булып эшләй. Ғәзиз – етенсе, Ирек алтынсы класта уҡый. Заһир­ҙары быйыл беренсе класҡа бар­ған. Ә бына иркә малайҙары Салауат балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәләре балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй, кескәйҙәргә бейеүҙәр ҙә һала, үҙе лә оҫта бейей һәм йырлай.

– Үҙемә иптәшкә ҡыҙ табам, тип малайҙар үҫтерәм, – тип йылмая бәхетле әсә. – Бер-береһенә терәк, ярҙамсы булып, ҙурайып та бөт­төләр. Бәләкәйен ҙурҙары ҡарай, бер-береһенә иптәш. Бер футбол командаһы ойошторорлоҡ уландарым бар, имен-һау булһындар, – ти Миңзифа Хөсәйен ҡыҙы.

Әйткәндәй, малайҙарҙың һәр береһенең үҙенә тәғәйен шөғөлө бар. Ирек тыштағы эштәрҙе башҡа­рып, мал ҡарауҙа ярҙамлаша, Ғәзиз иһә йорт эшендә әсәһенең алыш­тырғыһыҙ ярҙамсыһы. Заһир Салауат ҡустыһы өсөн яуаплы. Ә инде Нур ағаларының һәр һүҙе – ҡустылары өсөн закон, ул әйтһә, барыһы ла теүәл үтәлә. Атайҙары эштә булғанда, малайҙары менән донъяны хужабикәгә бағырға тура килә. Ә бына атай кеше ҡайтһа, улдарына бер аҙ ял ойоштороп ала. Бергәләшеп ағалары янына, Гайға барып, кино ҡарап, спорт менән шөғөлләнеп, төрлө мауыҡ­тырғыс уйындар уйнап ҡайталар. Шулай уҡ күмәкләшеп тәбиғәткә сығыу ҙа – Таһировтарҙың яратҡан шөғөлө.

Баһадирҙай биш ул тәрбиәләгән ғаиләгә артабан да бәхет, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.

Кәримә УСМАНОВА.

Хәйбулла районы.

Читайте нас