Йәмғиәт
26 Ноябрь 2021, 05:00

Иң бейек шыршы ҡайҙа?

Өфөлә! Уның бейеклеге күпме икәнлеген беләһегеҙме? 

Иң бейек  шыршы ҡайҙа?Иң бейек  шыршы ҡайҙа?
Иң бейек шыршы ҡайҙа?

Был яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков уртаҡлашты.

“Хөрмәтле өфөләр! Ә һеҙ Рәсәйҙәге иң ҙур шыршының ҡайҙа ҡуйылғанлығын беләһегеҙме? Хәҙер аптыраясаҡһығыҙ. Ул беҙҙең Өфөлә ҡуйылған! Ленин исемендәге майҙанда. Урман һылыуҡайының бейеклеге – 35 метр!

Бөгөн төндә ҡала хеҙмәттәре көсө менән уны республиканың Благовещен районынан килтерҙеләр. Яҡын көндәрҙә шыршыны биҙәй башлаясаҡтар һәм ул бик ҡупшы буласаҡ. Ә янында боҙ ҡаласағы үҫеп сығасаҡ. Оҙаҡламай күрерһегеҙ, унда бөтәһе лә матур буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, Ленин исемендәге майҙанда ҡуйылған беҙҙең төп ҡала шыршыһы былтыр ҙа илдә иң бейеге тип танылғайны. Ул саҡта шыршының бейеклеге 30 метр ине. Һәм бына – йәнә рекорд!

Етеп килгән байрам менән, дуҫтар!" тип яҙҙы ул. 

Фото: "Бәйләнештә". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас