

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Кузбасс парламенты рәйесе Алексей Зеленинға Кемерово өлкәһенең “Листвяжная” шахтаһында таусыларҙың һәм ҡотҡарыусыларҙың ғүмерен өҙгән аварияға бәйле, ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
Унда былай тиелә:
“Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән “Листвяжная” шахтаһындағы фажиғәгә бәйле, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Бик күп ҡорбандарға килтергән һәләкәт тураһындағы яңылыҡ Башҡортостанда тәрән тетрәнеү менән ҡабул ителде.
Беҙ ошо ҡот осҡос фажиғәлә туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙың, таусыларҙың һәм ҡотҡарыусыларҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, зыян күргәндәрҙең тиҙ арала һауығыуын теләйбеҙ”.
Фото: gsrb.ru
Сығанаҡ: gsrb.ru