

“Беҙҙең быуындың йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килде. Нишләйһең, яҙмыш. Кисергәндәрҙе яҙып ҡалдырып, яратҡан гәзитемдә баҫтырырға иҫәбем. Ни тиһәң дә, быуатҡа яҡын ғүмер үтелгән. Хәҙер миңә 93 йәш. Беҙ күргәнде киләсәк быуын вәкилдәре күрмәһен, тип теләйем. Маҡсатым шул – башҡорт халҡының иҫ китмәле сыҙам, уңған, ауырлыҡтарҙы йырып сыға торған көслө милләт икәнен яҙмышым аша йәш быуын вәкилдәренә еткергем килә”, – тип һөйләп алып китте Мәүзинә Зарапова.
Тормош дауам итә
Ул 1928 йылда Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында Миңлехаят менән Рәхмәтулла Ғәбитовтарҙың ғаиләһендә тыуған. Михнәтле осор, шуға күрә Мәүзинә Рәхмәтулла ҡыҙының да бала сағы ауыр була.
– Тормош, ваҡыт, дәүер беҙҙе “ҡолаҡтан тартып” үҫтерҙе. Уҡыу тигәндәре шул башланғыс мәктәптә дүрт класс инде. Йәй көнө – баҫыуҙы утау, ҡышын утын әҙерләү кеүек эштәр ул дәүерҙә ҡатын-ҡыҙ иңенә төштө. Аслы-туҡлы йән аҫраныҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәшәргә теләк ҙур ине, заданиеларҙы үтәй инек. Иң ауыры – үгеҙ менән һыйырҙы егеп ер һөрөү. Улар ҙа ас, себенләйҙәр, көстәре етмәй, тыңлатыуы ауыр. Бына ошондай тырышлыҡтар, михнәттәр менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайттыҡ. Һуғыштан һуң “Тыл ветераны” тигән исем бирҙеләр. Хәҙер ауылда беҙ, ҡартлығын күреүселәр, йәғни 92 йәштәгеләр өсәү, – тип бала саҡ иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Мәүзинә инәй.
Ул 1947 йылда ауылдашы Мулланур Зарапов менән яҙмышын бәйләй. Егет тә бик ишле ғаиләнән була. Һуғыш афәттәрен үткән кеше. 1937 йылда уны хәрби хеҙмәткә алалар, ә 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Мулланур ағайҙың аяҡтары шешеп, йөрөй алмаҫ хәлгә еткәс, 1943 йылдың майында уны “хеҙмәткә яраҡһыҙ” тип ҡайтаралар. Әсәһе, уны төрлө үлән менән дауалап, аяҡҡа баҫтыра.
– Бик тыныс, инсафлы, тәрбиәле ғаиләгә килеп эләктем. Мөхәббәт емештәребеҙ булып туғыҙ балабыҙ тыуҙы, гөрләшеп йәшәнек.
1948 йылда ураҡ өҫтөндә беренсе балабыҙ Ғилмулла тыуҙы. Ҡырҡ көнө лә тулмаған бала менән үҙемә бүленгән заданиены үтәйем. Баланы күтәреп, баҫыуға алып барам, ваҡыты-ваҡыты менән имеҙергә кәрәк бит. Задание күп ине: сөгөлдөр утайһың, колхозға бесән сабаһың... Көҙгө эштәр башлана, унда инде урып йыйыуға ең һыҙғанып тотонаһың, – тип хәтирәләр ебен таратыуын дауам итә ағинәй.
Зараповтар ғаиләһе ҙурая – бер-бер артлы Филиҙә, Фидис, Фәүзинә, Фәдис, Сәғитйән, Фирнат, Нәзиф, Фәүиҙә донъяға ауаз һала. Тулы тормош көс өҫтәй, балаларҙы кеше итер өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйһең. Ошоно яҡшы аңлай Мәүзинә Рәхмәтулла ҡыҙы. Ул эштән арып ҡайтһа ла, өйҙә лә ҡул ҡаушырып ултырмай – балаларҙы ашатыу, ең һыҙғанып комбайнсыларҙың кейемдәрен йыуып киптереү кеүек донъя мәшәҡәттәренә сума. Көн һайын һигеҙ ҡалас-икмәк бешерә, дүрт-биш тапҡыр шишмәгә һыуға бара. Мәүзинә Зарапова хәҙер шул ваҡыттарҙы: “Хоҙай үҙе көс-ҡеүәт биргәндер. Мулланур йәй тракторҙа ер һөрөүҙә, тырматыуҙа, урман сығарыуҙа эшләй, ауылдаштарына бесән, һалам, утын алып килергә ярҙам итә. Оҙаҡ йылдар “Молоковоз” машинаһы менән май заводына һөт ташыны”, – тип шул саҡтағы сыҙамлығын аптырап иҫкә ала.
Ире Мулланурҙың да ҡулынан килмәгән эше булмай – кистәрен гармунда һыҙҙыра, һәр саҡ иртән урындағы радионан моңло, дәртле көйҙәр уйнап, халыҡты эшкә оҙата, дәртләндереп тора. Ауылға оркестр ҡоралдары алғас, шунда ла музыкант булып уйнаған. Мейес тә сығарған, балта оҫтаһы ла булған ул. Ғөмүмән, улар ауылда алтынға торошло һаналған. Мулланур ағай эшләгән тәҙрә йөҙлөктәре, рамдары, өҫтәл, шкаф ауылдаштарының йортонда урын ала, ә ул баҫҡан кейеҙ итектәр ҡомъяҙыларҙың аяғын йылыта. Мәүзинә Рәхмәтулла ҡыҙы ағайҙың булдыҡлылығына, оҫталығына ҡыуанып бөтә алмай.
– Атайым, Рәхмәтулла Ғәбитов, 1942 йылда һуғышҡа китте, шул уҡ йылдың декабрендә “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ алдыҡ. Өҙгөләнеп илағандарым әле лә күҙ алдымда. Таяныр кешебеҙ, ғәзиз атайыбыҙҙың һәләк булыуы беҙҙе тетрәндерҙе. Уның матур алһыу йөҙҙәрен башҡаса күрә алмаясағыбыҙ тураһындағы уй йөрәктәрҙе телгеләне, ләкин тормош дауам итә, нисек тә йән аҫрап, йәшәргә кәрәклеген аңларлыҡ хәлдә инек, – тип ауыр һуғыш йылдарын иҫкә ала ағинәй.
“Шөкөр ҡылып йәшәйем”
Мулланур ағайҙың тырышлығын, эшсәнлеген күреп, ир кешенең ғаиләлә ниндәй ҙур роль уйнағанын аңлайһың. Ә зирәклеге ни тора уның! Балалары ла бәләкәйҙән ҡул аҫтына инеп үҫә. Ғаилә башлығы комбайнсы булғас, улдары башта уның ярҙамсыһы була, аҙаҡ инде үҙҙәре бер юлы өс комбайнда эшләй. Өс йыл рәттән “Социалистик ярышта еңеүсе” булалар. Улар тураһында гәзиттәрҙә маҡтап яҙалар, телевизорҙан да күрһәтәләр. “Үҙемдекеләр өсөн ғорурланып йәшәнем. Балалар атайҙарының эшен дауам итә. Аҡыллы, яғымлы, зауыҡлы, ихтыярлы булып үҫтеләр”, – тип Мәүзинә апай ҡыуанысы-һөйөнөсө булған балалары тураһында оло ҡәнәғәтлек менән һөйләй.
Ғилмулла, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлап, механик һөнәренә уҡып сыға. Һуңынан колхозда тырыш хеҙмәте менән абруй ҡаҙана. Ғилмулла Хабаровск крайында танкист булып хеҙмәт иткән. 1978 йылда Рәфиә тигән ҡыҙға өйләнеп, Чукоткаға күсеп китәләр. Матур ғаилә ике малай тәрбиәләп үҫтерә. Кендек ҡаны тамған ер тарта, тиҙәр бит, Ғилмулла ла, 1992 йылда ауылға ҡайтып, өй һалып сыға. Колхозда механик, токарь булып эшләй, әле хаҡлы ялда.
Улдары Фидис, Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлап, 1976 йылда Куйбышев исемендәге колхозда зоотехник булып хеҙмәт юлын башлай. Аҙаҡ ферма мөдире булып эшләй. “Бородулино” совхозынан дүрт-биш машина ҡара-сыбар таналар алып ҡайтыуында уның өлөшө ҙур. Тоҡомсолоҡ эшендә был аҙымдың дөрөҫлөгөн ваҡыт күрһәтә. Ул Шаран районы ҡыҙы Нәсимәгә өйләнә. Лаборант булып эшләй. Тормошта үҙ урындарын табып, матур йәшәйҙәр.
– Балаларым – оло шатлыҡтарым. Туғыҙ баланың һигеҙе иҫән. Минең бәхетемә улар барыһы ла уңған, тырыш, итәғәтле булды. Тыуған илебеҙгә файҙа килтереп, тырышып эшләнеләр. Әсә өсөн иң ҙур шатлыҡ шул инде. Мәҫәлән, Фәдис Балтас һөнәрселек училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Колхозда тракторсы-машинист, комбайнсы булып эшләне. Армиянан ҡайтҡас, Мөнирә исемле ҡыҙға өйләнде, өс балалары тыуҙы – Гүзәл, Вадим, Динар. Бәләкәй улдары мәктәпкә барған йылда Мөнирә вафат булды. Фәдис ҙур ҡайғынан юғалып ҡалманы – өс эштә тир түгеп, балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Ысын атай шундай булырға тейеш. Тормош имтиханһыҙ, һабаҡһыҙ булмай, тигеҙ юлдан да тормай, барыһы ла үҙ ағышына ғына бармай. Ауыр шарттарҙа ихтыяр көсө күрһәтергә кәрәк. Иманлы бәндә ғәзиздәрен ташламаҫ. Фәдис, быларҙың бөтәһен дә аңлап, яңғыҙлыҡҡа зарланмай, күңел йылыһын һәм наҙын өләшеп, балаларын аяҡҡа баҫтырҙы, – ти Мәүзинә Рәхмәтулла ҡыҙы.
Сик буйы һаҡсыһы булып хеҙмәт итеп ҡайтҡан Сәғит улы ла үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай – киномеханик, ветеринар, автослесарь. Хәҙер инде хаҡлы ялда, ике ҡыҙ атаһы.
Фирнат та әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бик аҡыллы, сабыр, белемле, ауылдаштары араһында ихтирам яулаған. Ҡомъяҙы мәктәбендә физика һәм математика дәрестәренән уҡытҡан, директор урынбаҫары булып эшләгән. Ҡатыны Зинфира менән бик матур тормош ҡороп, күптәргә үрнәк булып, татыу йәшәйҙәр. Өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Назиф Свердловск өлкәһенең Ҡамышлы ҡасабаһында ете йыл хеҙмәт итә. Чернобылдә хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Атаһына оҡшап, балта оҫтаһы. Биш бала тәрбиәләй. Мәүзинә апайҙың төпсөк ҡыҙы Фәүиҙә Салауат ҡалаһында йәшәй. Бухгалтер, кассир, оператор, ревизор һөнәрҙәре буйынса эшләгән. Тормош иптәше Рәфит менән бер ҡыҙ үҫтергәндәр.
– Ғүмер әкрен генә үтә тора. Аллаға шөкөр ҡылып йәшәйем, донъям түңәрәк минең. Раббыбыҙ ғүмерҙе һәр кемгә үҙе теләгәнсә бирә. Улым Фирнат менән киленем Зинфира тәрбиәһендә йәшәйем. Һигеҙ бала үҫтереүемә шатмын. Улар илебеҙгә тырышып хеҙмәт итте, хәҙер инде ялда. Йән рәхәте, тән сихәте бирһен Хоҙай барыбыҙға ла! Аҙна һайын ”Башҡортостан” гәзитен көтөп алам. Уның аша бөтә яңылыҡтарҙы белеп барам. “Башҡортостан” минең рухи юлдашыма әйләнде, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Мәүзинә Рәхмәтулла ҡыҙы.
Хәнис ХӘЗИМОВ.
Балтас районы.