

2013 йылдан башлап Рәсәй Президенты Указына ярашлы, йыл һайын Рәсәй көнөндә бер төркөм сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт алдынғыларына Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Был исемгә лайыҡ булыусылар араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Илдең ҡеүәтен арттырған, башҡаларға өлгө булырлыҡ шәхестәр генә бар был исемлектә.
Киләһе йыл Рәсәй көнөндә лә Герой исеме сираттағы тапҡыр биреләсәк. Кремль был исемде уңға-һулға таратыу менән мауыҡмай. Алдынғыларҙың иң алдынғылары ғына был исемде йөрөтөү бәхетенә өлгәшә. Мәҫәлән, 2013 йылдан бирле был исемде Президент 70-ләп кенә кешегә биргән. Араларында бөтә донъяға билдәле әһелдәр, таныш фамилиялар байтаҡ. Ләкин, үкенескә ҡаршы, Хеҙмәт геройҙары исемлегендә әлегә тиклем Башҡортостандан бер кеше лә юҡ. Был һис тә республикабыҙҙың иҡтисади, сәнәғәт һәм мәҙәниәт кимәлен кәметмәй. Бар ул беҙҙә алдынғылар, ғорурланырлыҡ, өлгө булырлыҡ шәхестәр. Мәҫәлән, быға тиклем “Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар араһында ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Былтыр Воронеж өлкәһенән ошо исемгә бер механизатор лайыҡ булды һәм Кремлдең иң затлы залында Президенттың үҙе менән рәсми булмаған шарттарҙа әңгәмәләшеү бәхетенә өлгәште. Рәсәй Президенты механизатор менән ябай, күпселекте борсоған һәм ергә яҡыныраҡ юҫыҡта әңгәмә ҡорҙо.
– Айлыҡ эш хаҡығыҙ күпме? – тип һораны В.В. Путин.
– Уртаса 24 мең һум алам, – тине механизатор, күҙен дә йоммайынса.
– Әҙерәк, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Президент.
Шикләнмәйем, был һөйләшеүҙең дауамы булғандыр. Механизаторҙы ҡайтҡас, ҡайнар ҡотлау менән генә сикләнмәгәндәрҙер, хатта эш хаҡын да арттырғандарҙыр. Бының менән нимә әйтергә теләйем? Тимәк, исемгә дәғүәсе өсөн төп талап булып матди кимәл, йәғни байлыҡ тормай, хатта ябай хеҙмәт алдынғыһының юғары исем алыуына өмөт бар.
Ә беҙҙә, Башҡортостанда, бөгөн “Хеҙмәт Геройы” исемен юлларлыҡ кешеләр бармы? Ғәҙел генә һәм талапсан ғына барлай башлаһаң, йыйыла икән.
Һүҙҙе көн ҡаһармандары, батырҙары, кешеләрҙең ғүмере өсөн үҙҙәрен аямаған табиптарҙан башлағы килә. Бөгөн уларға һис тә еңел түгел. Республикабыҙ һаулыҡ һаҡлау системаһының электән ҡалған абруйы һәм традициялары бар. Уның нигеҙе элекке ректор Зәйнулла Ихсанов ваҡытында һалынды һәм бик оҙаҡ йылдар республикабыҙҙың барлыҡ халыҡтарына хеҙмәт итте. Ул мәктәпте хәҙер башҡалар дауам итә.
Республикабыҙҙың көньяғында Көйөргәҙе районында иң боронғо ауылдарҙың береһе Яҡшембәттә Киров исемендәге хужалыҡтың рәйесе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин күҙ алдына килә. Ул ошо хужалыҡҡа 30 йылдан ашыу етәкселек итә. Юҡтан бар яһап, булғанын үҫтереп, нисәмә кешене эшле итеп, иң алдынғы алымдарҙы ҡулланып, киләсәккә ышаныслы атлай. Хужалыҡ механизаторҙары бөгөн 16 мең гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртә, иҡтисади килемде 4600 баштан ашыу һыйыр малы ишәйтеп тора. Һуңғы тапҡыр хужалыҡта 2007 йылдың йәйендә булғанбыҙ икән. Байтаҡ ваҡыт үтте. Бөгөн кәйефтәре нисек республиканың тәжрибәле һәм оҙаҡ эшләгән етәксеһенең?
– Йыл еңелдән булманы, мал-тыуарҙы ҡышлатыуға әҙерләйбеҙ, – тине Рәмил Ғиниәт улы. – Иң мөһиме, йылды бурысһыҙ тамамлайбыҙ. Йыйған игенебеҙ бурысты ҡайтарырға, ҡышты үткәрергә етерлек.
Саҡмағош районының Базы ауыл хужалығы предприятиеһы тураһында Рәсәйҙең иң алыҫ төбәктәрендә лә беләләрҙер. Был хужалыҡтың тәжрибәһе Рәсәй Президенты В.В. Путиндың үҙенә лә таныш. Базының етәксеһе Вадим Соколов эш тәжрибәһе хаҡында Президенттың үҙенә бер нисә тапҡыр һөйләне. Президент оҡшатты һәм башҡаларға өлгө итеп күрһәтте.
Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡтар Рәмил Мостафин һәм Вадим Соколов менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Беҙҙә оҙаҡ йылдар эшләгән, барлыҡ ғүмерҙәрен райондарға етәкселек итеүгә, халыҡтың социаль-көнкүреш хәлен яҡшыртыуға йүнәлткән башлыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев үҙҙәренең төп бурысы итеп халыҡтың тормош һәм йәшәү кимәлен яҡшыртыуҙа күрә.
Республикабыҙҙың сәнәғәт кимәле һәм ҡеүәте ифрат юғары. Эйе, үҙгәртеп ҡороуҙар был төп тармаҡта еңел генә барманы, ләкин республика үҙенең төп иҡтисади кимәлен һаҡлап ҡалыуға өлгәште. Беҙ әле лә нефть эшкәртеү, сода етештереү, авиация өсөн двигателдәр төҙөү йәһәтенән өлгө күрһәтәбеҙ. Байтаҡ предприятиеларҙың һәм етештереү үҙәктәренең милек формаһы үҙгәрҙе, ләкин улар барыбер республикабыҙҙың иҡтисади ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә һәм һалым түләү йәһәтенән төп донорҙар булып ҡала. Республикала авиация двигателдәре етештереү буйынса ойоштороусылар Александр Артюхов һәм Юрий Пустовгаров – Рәсәйҙә генә түгел, донъяла билдәле ике предприятиеның етәкселәре. Бәлки, беҙгә геройҙарҙы сәнәғәт предприятиелары цехтарынан эҙләргә кәрәктер. Әгәр эшсе һөнәренең абруйын күтәреү хаҡында һөйләйбеҙ икән, беҙгә ҡатмарлы станоктар янында деталдәр етештереүсе токарҙар, металл эшкәртеүселәр һымаҡ ҡатмарлы эштәрҙе башҡарыусыларға мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.
Республикабыҙҙың күп милләтле мәҙәниәте һәм сәнғәте барлыҡ Рәсәй өсөн өлгө булып тора. Беҙҙә донъя кимәлендәге саралар үткәрерлек тәжрибә лә, оҫталыҡ та етерлек. Һүҙемде хәҙер сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә йүнәлткем килә. Быға тиклем Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булыусылар араһында Иосиф Кобзон, Александр Георгиев, Ирина Винер-Усманова һәм башҡа күптәр бар. Ә ниңә бөгөнгө мәҙәниәтебеҙҙең иң күренекле вәкилдәре Миләүшә Мортазина, Фәрзәнә Сәғитова, Олег Ханов, Фидан Ғафаров, Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар “Рәсәй Хеҙмәт Геройы” исеменә лайыҡ булмаҫлыҡмы ни?!
Һәр хәлдә, Башҡортостандың ҡеүәтен билдәләгән, башҡаларға өлгө күрһәткән шәхестәр байтаҡ, һәм яҡын киләсәктә үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан, беҙ хеҙмәтенә һоҡланған Геройҙы юғары исем менән ҡотларбыҙ, тип ышанам.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.