

Бергә йәшәүҙәренә ярты быуат тулыуын билдәләп, былтыр матур датаны туғандары, яҡындары менән гөрләтеп үткәрһәләр ҙә, ЗАГС кенәгәһе буйынса алтын туйҙары быйыл Сания менән Рафаил Вәлиевтәрҙең.
Ошо матур ғаилә байрамдары уңайынан юбилярҙарҙы Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, биләмәнең ветерандар советы рәйесе Венера Шәйхисламова, клуб мөдире Гөлназ Әхмәтҡужина өйҙәренә барып ҡотланы. Шәрифйән Садиҡ улы Вәлиевтәргә республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаһы менән бүләк тә тапшырҙы. Әлбиттә, пандемияға бәйле сикләүҙәр булмаһа, ғаилә юбилярҙарын, ғәҙәттәгесә, мәҙәниәт усағында тәбрикләрҙәр ине.
50 йыл бергә... Күршем Сания еңгәй хәтирәләргә бирелә. Рафаил ағай менән улар Йылайырҙа таныша. Оҙон сәсле Ейәнсура һылыуы менән Әбйәлил егете магазин ишеге төбөндә осраша. Ҡыҙ уға бер һирпелеп ҡарай ҙа юлын дауам итә, ә егет ҡыҙ артынан бик оҙаҡ күҙәтә һәм шул уҡ кистә дөйөм ятаҡҡа янына бара. Шулай танышып китәләр. Был мәлдә 15 йәшенән колхоз эшенә егелгән Рафаил ағай йүнәлтмә буйынса Йылайыр совхоз-техникумында ветеринарға уҡып йөрөгән була, ә Сания еңгәй иһә төҙөлөштә эшләй. Йәштәр дуҫлашып оҙаҡ та йөрөмәй, Рафаил ағай ҡыҙҙы кәләш итеп тыуған яғына алып ҡайта.
Бына шулай 1970 йылда Ейәнсура районы ҡыҙы Юлдашҡа килен булып төшә. Ауылға килеү менән фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә урынлаша. Рафаил ағай, йәш кәләшен ауылда ҡалдырып, әрмегә юллана. Имен-һау хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән ул да фермала веттехник булып эш башлай.
Ул йылдарҙа колхоз-совхоздарҙа эш ҡайнап тора, социалистик ярыштар, биш йыллыҡтар осоро. Малсылар, игенселәр бер-береһе менән ярышып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Үҙенең ҡарамағындағы йәш үрсемдән юғары артым алыуға өлгәшкән Сания еңгәй менән малдарҙың ауырып үлеүенә юл ҡуймаған Рафаил Нурмөхәмәт улының хеҙмәттәре юғары баһалана. Вәлиевтәрҙең ул йылдарҙағы намыҫлы хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Биш йыллыҡтар ударнигы” булғандар. Сания еңгәй заманында Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш һәм бронза миҙалдарына лайыҡ булған. Уның исеме “Райондың хеҙмәт даны” китабына индерелгән. Шулай уҡ Сания Байым ҡыҙы ике тапҡыр ауыл советына, бер саҡырылыш район советына депутат итеп һайланды.
Ирле-ҡатынлы Вәлиевтәр, оҙаҡ йылдар фермала эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Рафаил ағайҙың хеҙмәт стажы 42 йылға еткән. Әле булһа, ауылда берәйһенең малы ауырып китһә, уға күҙ төбәп киләләр. Бер ҡасан да баш тартмай, һәр кемгә ярҙамға ашыға ул.
Вәлиевтәр икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ. Рафаил ағай гармунда һыҙҙыра, Сания еңгәй уға ҡушылып йырлай. Сания Вәлиева ғүмер буйы Юлдаш клубы сәхнәһенән төшмәне, ауылда ойошторолған бер генә концерт та уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Әле ул – ауылыбыҙҙың “Гөлғәйшә” фольклор төркөмөнөң әүҙем ағзаһы.
Ҡәйнәһе Рәзифә инәй менән 38 йыл бергә татыу йәшәп, уны һуңғы юлға ҡәҙерләп, тәрбиәләп оҙатты ул.
Сания менән Рафаил Вәлиевтәр, өс балаға ғүмер биреп, уларҙы уҡытып, оло тормош юлына сығарҙы. Үкенескә ҡаршы, улдары Наил иртә гүр эйәһе булды. Ҡыҙҙары Илүзә бөгөн Урал мәктәбендә уҡыта, Эмиль Асҡарҙа төпләнгән. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән матур тормош ҡороп, балалар үҫтерә. Бөгөн Вәлиевтәр – бер ейәнсәргә һәм биш ейәнгә яратҡан һәм хәстәрлекле олатай-өләсәй. Ейәндәре Уралия менән Илсур, өләсәй-олатаһына оҡшап, йыр-бейеүгә маһир.
Етмеш йәшкә етһәләр ҙә, күршеләрем гөрләтеп донъя көтә: күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә.
Гөлзифа ҒАФАРОВА.
Әбйәлил районы.