Йәмғиәт
26 Ноябрь 2021, 09:25

Шыршы ҡайҙан ҡунаҡҡа килгән?

Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.
Фото:Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.

Өфөлә Яңы йылды ҡаршылауға әҙерлеккә ныҡлап тотондолар. Атап әйткәндә, байрамдың төп ҡунағы – шыршыларҙы урынлаштырыу бара.

Әле Салауат Юлаев исемен­дәге майҙанда, “Мотор эшләү­селәр” мәҙәниәт һарайы алдында пикселле шыршыларҙы монтажлау буйынса эштәр тамамланған. Уҙған аҙнала “Тулҡын” паркында ла шыршы ҡуйылған. Спорт һарайы алдында һәм “Ҡашҡаҙан” паркында урынлаштырылған ҡупшыҡайҙарҙы Нуриман районынан алып килгәндәр.

22 ноябрҙә ҡаланың Совет майҙанында шыршы ҡуйылды. Уны “Горзеленхоз” муниципаль учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре Благовещен районынан алып кил­гән. Ағастың оҙонлоғо – 23 метр.

– Йәшен белдергән дүңгәләк­тәрен ҡарағанда, шыршыға яҡынса 60 йәш, – ти “Зеленхоз” учреждениеһының ремонт-төҙөлөш участкаһы начальнигы урынбаҫары Ришат Ғарипов.

Биш йыллыҡ “тәнәфестән” һуң, Совет майҙанында шыршы ултыртыу йолаһы 2019 йылда тергеҙелде. Былтыр унда пикселле шыршы ҡуйғайнылар, әммә быйыл урман һылыуҡайын ултыртырға ҡарар иткәндәр. Баҡтиһәң, пикселле шыршы бик ауыр, һәм ул Совет майҙа­нын­дағы конструкцияларға зыян килтереүе ихтимал. Ә инде бындағы пикселле шыршы “Мотор эшләү­селәр” мәҙәниәт һарайы алдын биҙәй.

Дөйөм алғанда, Өфөлә бөтәһе 321 майҙан байрамға биҙәләсәк. Эштәрҙе 1 декабргә тиклем та­мам­ларға планлаштыралар. Шулай уҡ Яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөкләндереү, боҙҙан һындар һәм шыуыу өсөн тауҙар эшләү ҙә дәррәү бара.  

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас