

Белеүебеҙсә, ошо аҙнала Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуы барышында тура бәйләнешкә сыға башланы.
Бөгөнгө эфирҙан һуң программаның алып барыусылары Республикаға идара итеү үҙәгенә ҡунаҡҡа барған.
Осрашыу барышында тура бәйләнештең тәүге аҙналағы эшмәкәрлегенә баһа бирелгән. “Республикаға идара итеү үҙәге өсөн был – тәүге тәжрибә. Төп бурыс – тамашасыларға файҙалы булыу, уларҙы борсоған, ҡыҙыҡһындырған темалар тураһында һөйләү. Беҙгә – Башҡортостан юлдаш телеканалына ла, Республикаға идара итеү үҙәгенә лә – эш етерлек. Әлеге тәжрибә лә уңышлы тип табылды. Шуға күрә эфирҙар дауам итәсәк, камиллашабыҙ, яҡшырабыҙ, файҙалы күренештәр өҫтәйбеҙ”, - тип яҙҙы Республикаға идара итеү үҙәгенең берҙәм командаһы.
Артабан да Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуы барышында һәр эш көнөнөң иртәнге 8 сәғәт 40 минутында – рус телендә, шишәмбе һәм кесаҙнала 8.10 сәғәттә башҡорт телендә Республикаға идара итеү үҙәге тура бәйләнешкә сығасаҡ.
“Ҡарағыҙ! Күрмәй ҡалмағыҙ! Ә беҙ, яуап итеп, “Сәләм” тапшырыуына ҡунаҡҡа барырға йыйынабыҙ”, - тип яҙҙы үҙәк белгестәре.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.